Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель , 07:37

Пособие һәм пенсиялар алдан түләнә

Башҡортостанда май байрамдарына бәйле балалар пособиеһы менән пенсияларҙы  алдан күсерәсәктәр.

Пособие һәм пенсиялар алдан түләнәПособие һәм пенсиялар алдан түләнә
Пособие һәм пенсиялар алдан түләнә

 Социаль фондтан хәбәр итеүҙәренсә,  кемдәргә түләүҙәр 3 майға тиклем килергә тейеш, улар был аҡсаны 30 апрелдә аласаҡ. Һүҙ 17 йәшкә тиклемге балаларға берҙәм пособие, йөклөлөк буйынса  һәм йәш ярымға тиклем бала ҡараусы ата-әсәләргә түләүҙәр, шулай уҡ әрмелә хәрби бурсыны үтәүсенең балаһына пособие тураһында бара.  Артабан иһә түләүҙәр график буйынса июндә була.

Был үҙгәрештәр пенсияға ла ҡағыла. Кемдәр  ай башында банк аша пенсия ала, уларға 30-на тиклем түләнәсәк. Был бөтә төр пенсияларға ла ҡағыла. Ә кемдәр почта аша ала, унда инде графикка бәйле буласаҡ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас