

Конференцияны Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, "Сеньор" компаниялар төркөмө генераль директоры Кристина Недорезова алып бара. "Үҫеш" республика халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү үҙәгенең директоры Ольга Котельникова ололарға ярҙам хаҡында һөйләгәндә, оло йәштәгеләрҙең яңғыҙлыҡтан яфаланыуы, яҡлауһыҙ булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ата-әсәләргә йышыраҡ шылтыратып торорға кәңәш итте. Роскомнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илдар Әбделмәнов МАХ-тағы мутлыҡтар, аферистарҙан һаҡланыу саралары тураһында мәғлүмәттәр менән бүлеште. Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының участка полиция уполномоченныйҙары һәм балалар эштәре буйынса подразделениелар эшмәкәрлеген ойоштороу идаралығы начальнигы урынбаҫары, полиция полковнигы Эльмир Шакиров муттарҙың схемаларына айырым туҡталып, һәр береһен миҫалдар менән дәлилләне, енәйәтселәрҙән һаҡланыу маҡсатында ят номерҙарҙан шылтыратыуҙарҙы алмаҫҡа, шәхси мәғлүмәттәр менән бүлешмәҫкә, кодтарҙы бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты. Бәләгә тарыған осраҡта кисекмәҫтән полицияға шылтыратырға.
Башҡа спикерҙарҙың да сығыштары бик актуаль - мутлашыусылар тоҙағына эләгеүсе пенсионерҙар һаны кәмемәй, үкенескә...
Фото: Роскомнадзорҙың презентацияһы.