Ошо көндәрҙә, акция буйынса, Нуриман районының Байгилде ауылы янында ике гектар самаһы майҙанда һигеҙ мең төп ҡарағай, йүкә, ясень ултыртылды, тип хәбәр итәләр БР Урман хужалығы министрлығынан. Ватанды һаҡлаусылар хөрмәтенә булдырылған йәш урман "Геройҙар баҡсаһы" атамаһын алды.
Йәш үҫентеләр ултыртыуҙа РФ сенаторы Олег Голов, Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов, БР Хөкүмәте ағзалары, МХО яугиры ("Мультик"), Советтар Союзы Геройы Ғәйфетдин Аскиндың улы Зиннур уҙаман да ҡатнашты.