

Тәфтиш версияһы буйынса, мэр «Радуга» шифаханаһы биләмәһенә ингән ер участкаһының бер өлөшөн һәм гаражды законһыҙ рәүештә үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Дәүләткә һәм йәмғиәткә 13 миллион һумдан ашыу күләмдә ҙур зыян килтерелгән. Шулай уҡ ул Өфөлә реклама конструкцияларын урынлаштырыу буйынса торгтарҙа еңеүсе агентлыҡтарҙан «Өфө үҫеше йәмәғәт фонды»на («Общественный фонд развития города») барлығы 30 миллион һумдан ашыу аҡса йыйырға ҡушҡан.
Уның күрһәтмәһе буйынса, реклама агентлыҡтарынан килгән хәйриә аҡсаһына 21 миллион һумдан ашыу торған вәкәләтле класлы (представительский класс) автомобиль һатып алынған. Бынан тыш, уны юридик шәхестән үҙ ҡанаты аҫтына алыу һәм компания мәнфәғәтендәге эш-ғәмәлдәре өсөн 10 миллион һум күләмендә ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Өфө мэры Ратмир Мәүлиевты һәм уның ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәрен Тәфтиш комитетына килтергәйнеләр. Өфө ҡала хакимиәте башлығы вазифа бурыстарын үтәүҙәге һәм коррупцион енәйәттәрҙә, ә уның хеҙмәткәрҙәре — вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә. Мәүлиевтың адвокаты уның ғәйепһеҙ булыуын белдерҙе. Элек хәбәр ителеүенсә, ҡала башлығына 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Адвокат Өфө мэрына ни өсөн башҡаларға ҡарағанда һуңыраҡ тотҡарлау сараһы һайланыуын аңлатты.