

Хакатонда Рәсәйҙең 21 аграр юғары уҡыу йортонан 28 команда ҡатнаша. Проекттың географияһы бөтә илде — Алыҫ Көнсығыштан алып үҙәк төбәктәргә тиклем үҙ эсенә ала. Өс көн буйы студенттар, машина уҡытыуы, мәғлүмәттәр анализы һәм компьютер күреүе алымдарын ҡулланып, тармаҡтың аныҡ бурыстары өҫтөндә эшләй.
Ҡатнашыусыларҙың төп бурысы — ауыл хужалығы малдарының торошон күҙәтеү өсөн интеллектуаль системаларҙы булдырыу. Эш ике йүнәлеш буйынса алып барыла: һыйырҙарҙың фото- һәм видеомәғлүмәттәрен анализлау һәм сусҡаларҙың тояҡтарының торошон баһалау. Командалар датасеттар төҙөй, моделдәрҙе уҡыта һәм аныҡ производство процестарына индерелә алырлыҡ ысулдар тәҡдим итә.
Хакатон ҡатнаш форматта үтә: ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө университет майҙансығында эшләһә, икенселәре — дистанцион рәүештә. Өс көн буйы менторҙар һәм эксперттар командалар менән бәйләнештә булып, улар проекттарҙың техник һәм ғәмәли яҡтарын төҙөргә ярҙам итә.
Беренсе көн темаға инеүгә һәм эксперттар менән эшләүгә арналды. Ҡатнашыусылар алдында фәнни берләшмә һәм индустрия вәкилдәре сығыш яһаны. Атап әйткәндә, малсылыҡта цифрлы технологиялар, селекцияла видеоаналитика, производствола яһалма интеллектты ҡулланыу буйынса лекциялар үтте.
Башҡорт дәүләт аграр университетының Проект офисы директоры Айгөл Ғәбитова:
— Беҙ башта уҡ ябай ярыш ҡына үткәреүҙе түгел, ә студенттар, фән һәм бизнес араһында үҙ-ара эш итеү майҙансығы булдырыу бурысын ҡуйҙыҡ. Ҡатнашыусылар аныҡ кейстар менән эшләй, тимәк, тармаҡ шарттарына мөмкин тиклем яҡынайтылған тәжрибә туплай. Проектҡа ундан ашыу индустриаль партнерҙың ҡушылыуы бик мөһим. Был егеттәр һәм ҡыҙҙарға үҙ эшләнмәләренең киләсәген күреү мөмкинлеге бирә.
Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Илдус Шәйәхәмәтов бындай башланғыстарҙың мөһимлеген билдәләне:
— Бөгөн фән йәш кадрҙар ағымына мохтаж. Бындай саралар башҡаса фекерләргә, стандарт булмаған сығарылыштар тәҡдим итергә һәләтле белгестәрҙең яңы быуынын формалаштыра. Был – тап Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн кәрәкле яңы энергия.
Бизнес вәкилдәре лә студенттар эшенең һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. «КОМОС ГРУПП» холдингына ингән Өфө һөт заводы идарасыһы Виталий Боровиков:
—Был – уҡыу этабында уҡ заманса технологиялар менән эшләй алған йәш белгестәрҙе күреү мөмкинлеге беҙҙең өсөн. Беҙ бындай кадрҙар менән ҡыҙыҡһынабыҙ һәм студенттарҙы аныҡ производство процестарына йәлеп итергә әҙербеҙ.
Хакатондың финал көнө хәл иткес буласаҡ. Командалар үҙ проекттарын фән, бизнес һәм тармаҡ ойошмалары вәкилдәре ингән эксперт комиссияһына тәҡдим итәсәк. Иң яҡшылары ярҙам аласаҡ һәм производствоға индереүгә тәҡдим ителә ала. Техник өлөш йомғаҡлау һөҙөмтәһенең 30 процентын ғына тәшкил итә. Ҡалғаны — иҡтисади нигеҙләү, тармаҡты аңлау һәм аныҡ сығарылыш тәҡдим итеү һәләте.
Хакатонды «Приоритет – 2030» программаһының «Сусҡасылыҡта селекцияны цифрлы трансформациялау» стратегик проектына ярашлы Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы һәм тармаҡ партнерҙары ярҙамында Башҡорт дәүләт аграр университеты ойоштора. Төп партнерҙары: «Таврос» компаниялар төркөмө, «Комос Групп», Рәсәй Фәндәр академияһының В.А. Трапезников исемендәге Идара итеү проблемалары институты (ИПУ РАН), «Нейросеть-Агро» ЯСЙ-һы, «Газпромбанк», «МТС» ПАО-һы, «Уфанет» һ.б. Шулай уҡ сарала Федераль фән һәм мәғариф агентлығы, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы һәм башҡа ведомстволар ҡатнаша.