

БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина контенттың кешенең кәйефенә һәм тәртибенә йоғонтоһоноң әһәмиәтенә баҫым яһаны. Фәнни мәғлүмәттәргә таянып, эксперттар ыңғай контенттың психологик именлеккә булышлыҡ итеүен, шул уҡ ваҡытта депрессив мотивтарҙың үҫмерҙәргә кире йоғонтоһо көслө булыуын билдәләне.
Ошоға бәйле республикала аңлатыу эше алып барыла: “Знание” йәмғиәте менән берлектә ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн лекциялар циклы булдырылған.
Һәйләшеүҙә контентты баһалау өсөн ярҙамсы ҡоралдар булдырыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Әле эксперттар уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә йырҙың мәғәнәһен анализларға ярҙам итерҙәй тәҡдимдәр өҫтөндә эшләй.
“Беҙ музыкаль контенттың йәш сикләүҙәре һәм йөкмәткеһе буйынса аңлайышлы ориентирҙары барлыҡҡа килеүе өсөн тырышабыҙ”, – тин Ынйы Әхмәҙуллина.
“Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙә яңғыраған төп тәҡдимдәр:
* Концерт үткән урындағы ҡиммәтәргә һәм йолаларға һаҡсыл ҡараш.
* Сәхнә образының һәм башҡарыусының үҙ-үҙен тотошо дөйөм ҡабул ителгән дөйөм этик нормаларға тура килеүе.
* Артист менән аудитория араһында үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәт.