

Күпкә таныштыр был хәл, герпестың нимә икәнен беләһегеҙҙер, моғайын. Бөгөн мин һеҙгә нисек итеп унан тиҙ генә ҡотолоу ысулын өйрәтергә теләйем. Битегеҙҙең берәй ерендә еңелсә әсетеү, ауыртыу тояһығыҙ икән, һеҙгә ябай коравалол ярҙам итер. Мамыҡты корвалолоға манып алырға һәм герпес сығып килгән урынға ҡуйып, 5 – 7 минут тоторға. Корвалолдағы спирт дезинфекциялау сараһы булып торһа, составындағы үләндәр ялҡынһыныуҙы баҫа. Ғәҙәттә, 15 минуттан һуң әсетеү бөтә, бөтмәй икән, процедураны тағы ҡабатларға. Ни тиклем иртәрәк ҡулланһаң, был дауалау сараһын, шул тиклем тиҙерәк һөҙөмтәгә өлгәшеп була. Ваҡытында ҡулланһағыҙ, битегеҙгә бер нәмә лә сығып та өлгөрмәҫ, саҡ ҡына һуңлаһағыҙ ҙа зыяны юҡ – ул бик тиҙ бөтөр. Ғөмүмән, был дауаны даими ҡулланғанда, иренегеҙгә герпес сығыуҙың нимә икәнен дә оноторһоғоҙ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.