Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апреля , 04:45

Гөлназ Асаева йөҙөн үҙгәрткән

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙәрҙәге яҙылыусыларына тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртеүе хаҡында һөйләне.

Гөлназ Асаева йөҙөн үҙгәрткәнГөлназ Асаева йөҙөн үҙгәрткән
Гөлназ Асаева йөҙөн үҙгәрткән

Ул ирендәренең һәм эйәгенең формаһын төҙәткән.

Ирендәре тураһында һөйләгәндә, йырсы «билмән» яһарға йыйынмауын белдерҙе. Уға бары тик асимметрияны ғына бөтөрөргә кәрәк булған:

— Мин ирендәрһеҙ оҙаҡ йөрөй алманым, — тине артист. — Барыһы ла матур,  буласаҡ.

Шулай уҡ Гөлназ эйәгенең формаһын үҙгәртергә, уны ослораҡ итергә йыйыныуын да белдергән:

— Эйәгемдең ошо квадрат формаһын бөтөргөм килә, ул мине бик ныҡ борсой. Эйәгемде дөрөҫ формаға килтерһәм, һылыуҡай буласаҡмын, – ти ул.

Процедуранан һуң артист видеояҙма менән дә бүлешә. Ысынлап та, ул үҙгәргән һәм тағы ла һылыуыраҡҡа әйләнгән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас