Матур яҙғы көндә Әбйәлил районының Буранғол ауылы биләмәһендә ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Урман тергеҙеү буйынса акцияны “Салауат” компанияһы ойошторҙо: предприятие геологик эҙләнеүҙәр барышында Буранғол биләмәһе ерҙәрендә ҡырҡылған ағастар урынына тап шул биләмәлә өмә үткәрҙе. Сарала республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров, предприятие директоры Таһир Бәхтигәрәев, райондың күҙәтеү советы ағзалары Хәлил Рәхмәтуллин, Динир Әхмәтйәнов һәм Таңсулпан Йомағужина ҡатнашты.
Таһир Бәхтигәрәев иң тәүҙә сараға йыйылыусыларҙы сәләмләп, акцияның маҡсатын аңлатып үтте:
- Беҙҙең предприятие тәбиғәтте һаҡлау закондары талаптарына ярашлы эш алып бара. “Салауат” ЯСЙ-һы өсөн урманды тергеҙеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыу мөһим. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, һәр ҡырҡылған ағас өсөн беҙҙең предприятие урман хужалығы күрһәткән урында яңы ағастар ултыртасаҡ тип вәғәҙә биргәйне. Бына әйткән һүҙебеҙҙә торҙоҡ, беҙ ете гектарҙа ҡарағай үҫентеләре ултыртасаҡбыҙ. Эшебеҙ бының менән генә тамамланмаясаҡ, өс йыл дауамында үҫентеләр ныҡлап тамыр йәйһен өсөн уларҙы тәрбиәләйәсәкбеҙ, - тине Таһир Тимербай улы.
- “Салауат” компанияһы инициативаһын ҡуш ҡуллап хупланыҡ, урман ҡануниәтен күҙәтеп эшләгән шундай яуаплы предприятиелар күберәк булһын ине. Урманды тергеҙеү сараһында бөтәһе 7-8 гектарҙа ҡарағай үҫентеләре ултыртыласаҡ. Был бик яҡшы, - тип билдәләне министр урынбаҫары Альберт Закиров. Йыл һайын республикала ағас ултыртыу буйынса төрлө акциялар, өмәләр гөрләп үтә. Ауылдарҙы йәшелләндереү, яңы скверҙар, аллеялар булдырыу буйынса әүҙем эш бара. Мәҫәлән, «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә бөтә быуын Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү һәм төбәктең урмандарын тергеҙеүгә өлөш индерелә.
Канчал тауының иң бейек үрендә күңелле өмә гөрләне. Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин йәм-йәшел генә үҫентеләрҙең Ҡырҙас питомнигында үҫтерелеүен әйтте. Улар яңы технология буйынса бер йыл элек махсус тупраҡҡа сәселгән, шунлыҡтан ерегеп үҫеп китеү мөмкинлеге ҙур. Ҡырҙас лесничествоһы һәм питомнигы хеҙмәткәрҙәре урман тергеҙеү буйынса өмәлә тос өлөш индерҙе. Урман мастеры Рифат Баймөхәмәтов етәкселегендә Рәшит Ноғоманов, Рәмил Мофаззалов, Азамат Йыһануров, Динир Суфиянов, Рәдиф Ғәлимйәнов, Раил Ильясов изге эштә әүҙем ҡатнашты. “Салауат” компанияһы хеҙмәткәрҙәре, урмансылар, яҡын-тирә ауылдар халҡы ҡатнашлығында бер гектарҙа ике мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Ҡалған майҙандарға Әбйәлил урмансылығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре ултыртасаҡ.
Райондың күҙәтеү советы ағзаһы Динир Әхмәтйәнов предприятиеның закондарҙы күҙәтеп эшләүе, геологик разведка эштәре барышында ҡырҡылған ағастар өсөн урманды тергеҙеү сараһын хуплауын белдерҙе.
Буранғол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фуат Мәхмүтов та өмәнән ситтә ҡалманы.
- Беҙ бала саҡтан ағас ултыртыу өмәләрендә ҡатнашып үҫкән быуын. Боронғолар бер ағас йыҡһаң, урынына икене ултырт тигәндәр бит. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш маҡсатында ойошторолған сара бик оҡшай. Беҙ ултыртҡан ағастар шаулап үҫеп китһен, - тигән теләктәрен еткерҙе Фуат Шәрәфетдин улы.