Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апреля , 04:55

Башҡортостанға ямғырҙар килә

Синоптиктар ошо хаҡта фаразланы.

Башҡортостанға ямғырҙар киләБашҡортостанға ямғырҙар килә
Башҡортостанға ямғырҙар килә

Бөгөн, 29 апрелдә, Башҡортостанда әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғына бер аҙ ямғыр яуып үтәсәк. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +10, +15 градус буласаҡ.

Иртәгә, 30 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5, аяҙытҡанда -5-ҡа тиклем һалҡын, көндөҙ +10, +15 градус.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас