Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы “Урал ынйылары” өлгөлө ансамбле сығыштары һәр сараның матур биҙәге.
Бейеү ансамбле етәксеһе өсөн иң ҙур ҡыуаныс нимә тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, бейеүселәренең уңыш-ҡаҙаныштары. Был яҡтан, “Урал ынйылары” бейеү ансамбленең ағзаларына һүҙ тейҙерерлек түгел. Ҡайҙа барһалар ҙа, еңеү менән ҡайталар. Әлиә Фәтхетдинова етәкселегендәге ансамблдең өс төркөмө лә яңыраҡ үткән ике конкурста еңеү яулауға өлгәште.
"Башҡортостан йондоҙо" конкурсында урта төркөм бейеүселәре Гран-при яуланы, бәләкәй төркөм 1‑се дәрәжә лауреат һәм ҡыҙҙар төркөмө 2-се дәрәжә лауреат тип танылды. "Рәсәй патриоттары» конкурсында урта төркөм йәнә Гран-при алды, бәләкәй төркөм 1‑се дәрәжә лауреат булды. Ансамблдең өс төркөм ҡыҙҙары бергә башҡарған «Башҡортостан сәсәктәре» яңы бейеүе дебюты тамашасыларҙа ғына түгел, абруйлы жюри ағзаларында ла һоҡланыу уятты. Йәмле сәскәләрҙән сағыу гөлләмәләй тойолдо был бейеү. Шәп, булдыҡлы етәксенең бейеүселәре лә сәхнәлә ынйылай балҡыйҙар, республика, ил кимәлендәге төрлө конкурстарҙа район данын яҡлайҙар.
- Бәләкәй сағымдан бейеү алиһәһенә табынам. Шатлыҡлы мәлдәрҙә лә, ауыр саҡтарымда ла хис-тойғоларым бейеү булып сыға. Мин бейеү менән бәхетлемен, — ти Әбйәлил районының талантлы ҡыҙы Әлиә Фәтхетдинова.
Тәүге аҙымдарынан атлап түгел, бейеп киткән Әлиәгә тирә-яҡта шәп бейеүсе даны алған өләсәһе Таибә кеүек оҫта бейер ул тип юрайҙар. Һәм һис яңылышмайҙар. Көләкәс йөҙлө, иркә ҡыҙсыҡ бәләкәй сағынан матур, ҡупшы күлдәктәрен өйрөлтөп бейергә ярата, ҡунаҡтар алдында ла һис тартынмай, рәхәтләнеп «концерт» ҡуя. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, тәрбиәселәре Венера Әхәт ҡыҙы Әлиәне байрам-иртәлектәрҙә бейетә. Артабан Асҡар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә шөғөлләнә. Бәхетенә, оҫта бейеүсе Фәүҡинур Фәтхуллина ҡулына эләгә. Ул бейеү сәнғәте нескәлектәрен өйрәтә, ҡыҙ күңелендә сәхнәгә ынтылышты күреп, уның һәләтен үҫтерә.Тап ошо мәлдә Яхъя Ҡаҙаҡбаев Асҡар мәктәбендә «Дуҫлыҡ» балалар бейеү ансамблен ойоштора, орсоҡтай өлгөр ҡыҙ унда ла шөғөлләнә. Ҙур сәхнәлә сығыш яһау Әлиәне шундай ҡанатландыра, бейеү уның өсөн мөғжизәле донъя була. Һабантуйҙарҙа ҡатнашыу, ауылдар буйлап концерттар ҡуйыу — иң күңелле мәлдәр булып хәтерендә һаҡлана. Әлиә 9-сы кластан һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға ингәс, иң ҡыуанғаны бейеү ансамбленең барлығы булғандыр, моғайын. Беренсе курстан ике ҡыҙ һәм ике егетте һайлайҙар, Әлиәне һис һүҙһеҙ ансамблгә алалар. Баш көллө студент тормошона сумған ҡыҙ йәшлек йылдарын айырыуса йылылыҡ менән йөрәк түрендә йөрөтә.
— Беҙҙең колледж электән алдынғы булыуы, көслө кадрҙар әҙерләүе менән дан ҡаҙанды. Үҙ эшенә мөкиббән киткән уҡытыусылар ҡулында белем алырға яҙҙы. Билдәле композиторҙар Юлай Моратов менән Редик Фәсхетдинов баянда уйнарға өйрәттеләр, — тип студент осорон һағынып һөйләй Әлиә Милләт ҡыҙы. — Өсөнсө курста беҙҙең ансамблгә Ринат Ҡолбәйетов килде, ул репертуарҙы байытты. «Гөлнәзирә» бейеүе менән бөтә сәхнәләрҙе гөрләттек. Ансамблдең даны артты, уҡыу йорттары араһында бөтә фестивалдәрҙә ҡатнаштыҡ, Сибайҙа уҙған бер мәҙәни сара ла беҙҙән тыш үтмәне.
Бишенсе курста Әлиә район үҙәгенә практика үтергә ҡайта һәм Т. Кусимов исемендәге гимназияның ул саҡтағы директоры Әлфиә Афзалова уҡыусыларға вальс өйрәтергә тәҡдим итә. Йәш ҡыҙ дәртләнеп гимназистарға «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһы өсөн бейеү һала. Әйткәндәй, Әлиә Милләт ҡыҙы 25 йыл инде гимназистарҙы вальсҡа өйрәтә. Шул ваҡыт колледждан студенттарҙың дәүләт практикаһын нисек үтеүен тикшереү өсөн уҡытыусыһы килеп төшә. Баҡтиһәң, уны уҡыу йорто исеменән «Педагогик оҫталыҡ» республика конкурсына ебәрергә ҡарар иткәндәр. Практикаһын өҙөп, имтихандарға автомат менән бишле алып, Әлиә тағы ике студент менән ижади бәйгегә әҙерләнә башлай. Команда Сибай педагогия колледжының данын уңышлы яҡлап, беренсе урын яулап ҡайта.
Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған башланғыс кластар уҡытыусыһын гимназияға эшкә саҡыралар. Тик Әлиә Милләт ҡыҙы юғары белем алырға ҡарар итә, күптәнге хыялы — хореограф булыу. Әммә әсәһе, оҙаҡ йылдар бухгалтер булып эшләгән Сара Сабит ҡыҙы уның бейеүсе булыу теләгенә ҡаршы төшә, бухгалтерлыҡҡа барырға өгөтләй. Әлиә яҡын кешеһен тыңлап, СиБДУ-ның иҡтисад факультетында яңы ғына асылған һалым һалыу буйынса төркөмгә уҡырға инә. Яуаплы, тырыш ҡыҙҙы тәүге курста уҡ староста итеп һайлайҙар. Мауыҡтырғыс студент тормошо дауам итә: университетта белем ала, яратҡан шөғөлөнән дә айырылмай. Хореограф Ринат Ҡолбәйетов уны шунда уҡ «Ете ырыу» ансамбленең төп төркөмөнә саҡыра. Кис һайын бейеү залында оҙайлы репетициялар бара, төрлө халыҡтар бейеүҙәрен өйрәнәләр. Вуздар араһындағы ижади конкурс-фестивалдәрҙә сығыш яһауҙар йәш бейеүселәрҙе ҡанатландыра. Күңелле, ҡабатланмаҫ мәлдәр төш кеүек кенә үтеп китә.
Тик тормоштоң үҙ ҡанундары — Әлиә күптән дуҫлашып йөрөгән Асҡар егетенә кейәүгә сыға. Йәштәрҙең туйы ул ваҡытта бик үҙенсәлекле, милли стилдә үтә. Әлиәнең күңелендә күптән йөрөткән хыялын буласаҡ тормош иптәше тормошҡа ашыра. Ҡыҙ үҙенең эскизы буйынса матур аҡ елән тектерә, күҙ яуын алырлыҡ ҡашмау эшләтә. Никах теркәү тантанаһы сценарийын да үҙе яҙа. Тирмә ҡуялар, ҡунаҡтарҙы башҡорт ризыҡтары, буҙа, ҡымыҙ менән һыйлайҙар. Кейәү менән кәләш милли кейемдәрҙә, кырандас егелгән аттарҙа килә. Туйҙа «Кәләш бейеүе»н башҡарып, барыһын да «аһ» иттерә. Әлиәнең бейегәнен тәүге тапҡыр күргән Наилдың ғәжәпләнеүенең сиге булмай. Йәш килен өс ҡәйнәле йортҡа төшә. Тәүге көндән ололарға ихтирамлы, ярҙамсыл булыуы менән әсир итә. Ҙур ғаиләнең тотҡаһы булған, абруйлы ағинәй Хәбирә Абдрахман ҡыҙы һөйкөмлө, илгәҙәк Әлиәне ейәнсәрендәй яҡын күрә. «Килен курсын яҡшы, бишкә үттең» тип әйтеүе оло баһа була.
Әлиә Милләт ҡыҙы гимназияла эшләп йөрөй, ситтән тороп белем ала. Тәүге ҡыҙҙары Гөлдәриә тыуа. Йәш ғаиләнең бәхетен ишәйтеп, ураҙа айының тәүге көнөндә донъяға ауаз һалған улдарына Рамаҙан тип исем ҡушалар. Улына 9 ай тигәндә, ҡулына юғары белем тураһында диплом ала һәм район үҙәгендәге банктарҙың береһендә уңышлы ғына эш башлай. Һәр эштә теүәллек, асыҡлыҡ яратҡан Әлиә Милләт ҡыҙына был өлкә бик оҡшай. Шулай ҙа күңеле төпкөлөндә сәхнә, бейеү тип янған ҡуҙ баҙлап-баҙлап ҡуя...
Әмәлгә ҡалғандай, бер көндө уға гимназиянан килеп, бейеү ансамбле ойоштороуон һорайҙар. Был тәҡдимде күптән көткәндәй, ҡанатланып шунда уҡ ризалаша Әлиә. Банкта эш сәғәте тамамланыу менән улы менән ҡыҙын балалар баҡсаһынан алып, өйҙә ҡалдыра һәм гимназияға ашҡына. 2010 йылда тәүге бейеүселәр төркөмөн туплап, «Сулпан» ансамблен ойоштора. Тап ошо ҡыҙҙар һәм малайҙар ансамблдең йөҙөк ҡашы була, уның ҡаҙаныштарға бай тарихына ныҡлы нигеҙ һала. Тәүге бейеүҙе ҡуйыу өсөн етәксе үҙенең уҡытыусыһы Рәйес Низаметдиновты саҡыра. Билдәле хореограф «Ҡара-ҡаршы» башҡорт бейеүен өйрәткәс, Әлиә Милләт ҡыҙы ансамблгә костюмдар тектереүҙе хәстәрләй. Район ойошмалары буйлап йөрөп, бағымсылар таба. «Сулпан»дар тәүге тапҡыр «Еҙ үксә» район бейеү конкурсында ҡатнаша һәм беренсе урын яулай. Күп тә үтмәй ансамбль Туймазы ҡалаһына үҙенең тәүге сәфәренә сыға һәм «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» республика конкурсында уңышлы сығыш яһай. Ансамбле менән репетициялар һәм сығыштар араһында Әлиә Фәтхетдинова үҙен дә нәзәкәтле, өмөтлө бейеүсе итеп күрһәтә. 2010 йылда «Байыҡ» конкурсының район турында Гран-приға лайыҡ булып, республика этабында ҡатнаша. Финалда «Шаян килен» бейеүе менән «Һығылмалылыҡ» номинацияһында бүләкләнә. Үҙ көсө менән финалға сығып, Әбйәлил данын яҡлаған бейеүсене район башлығы Рәхмәт хаты менән бүләкләп, маҡтау һүҙҙәрен әйтеүе күңелен үҫтерә.
Әлиә Милләт ҡыҙы БАГСУ-ға уҡырға инә, эш һәм ғаилә мәшәҡәттәре араһында ансамбль менән шөғөлләнергә ваҡыты етмәй башлағас, уны хореограф Радик Хәлиловҡа тапшыра. Әлбиттә, йәш бейеүселәренән айырылыу еңелдән булмай. Тик бейеү донъяһына ғашиҡ йән яратҡан шөғөлһөҙ оҙаҡ тормай.
— Ҡыҙыбыҙ Гөлдәриә беренсе класҡа барғас, уның класына бейеүҙәр өйрәтә башланым. Ә улым Рамаҙандың класы менән һинд, заманса бейеүҙәр өйрәндек, «Шоколадка» ансамблен төҙөнөм. Бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һап-һары себештәр булып бейеүен һаман онотмайҙар. Район үҙәгендә үткән сараларҙа сығыш яһаныҡ. Шул саҡта мине мәҙәниәт бүлегенә методист итеп эшкә саҡырҙылар, һуңынан кадрҙар бүлегендә белгес булдым, - ти Әлиә Фәтхетдинова. Әлеге ваҡытта район мәҙәниәт һарайында баш администратор булып эшләйем. Ғаилә, балалар, эш донъя хәстәрҙәре араһында йәш бейеүселәремә яңы бейеүҙәр өйрәтергә, төрлө ижади бәйгеләрҙә сығыш яһарға өлгөрөргә тырышам.
Әлиә менән Наил Фәтхетдиновтарҙың бәләкәй ҡыҙҙары Амира әсәһенә оҡшап бейеүсе булмаҡсы, хәҙер Әлиә илһамланып бәләкәсе өсөн бейеүҙәр һала. «Гүзәлкәй» конкурсында кескәй Амира «Һомай» бейеүе менән барыһын да таң ҡалдырып, беренсе урын яуланы.
Ә. Фәтхетдинова үҙенең тынғыһыҙ хеҙмәте емеше булған «Урал ынйылары» өлгөлө бейеү ансамбле менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ике йыл элек «Таланттар йыһаны» фестивалендә абсолют чемпион исемен яулаған ансамбль Мәскәү тамашасаһын таң ҡалдырып, еңеү менән ҡайтты. Ансамблдең солисы Йәсминә Сафиуллина 2024 йылда “Байыҡ” телевизион конкурсында “Еҙ үксә” бейеүе менән Гран-При яуланы, 2025 йылда 16 малайҙан торған төркөм ошо уҡ бейеү менән Гран-при алды. Шулай уҡ Әлиә Милләт ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре генә түгел, уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре лә бейей. Улар үҙ-ара бик дуҫ, бер ғаилә булып йәшәй, балалары менән бергә конкурстарға йөрөйҙәр, тыуған көндәрен дә күмәкләп уҙғаралар, сәйәхәткә лә сығып китәләр. “Алмастау” исемле ансамбль төҙөп, улар былтыр “Байыҡ” конкурсында ҡатнашып беренсе урынға лайыҡ булды.
- Быйыл беҙ “Урал ынйылары” ансамбленең өлгөлө исемен яҡланыҡ, Өфө Халыҡ ижады үҙәгенән килгән комиссия ағзалары беҙҙе маҡтап, быйыл үтәсәк балалар фольклориадаһына саҡырҙы, - ти Әлиә Милләт ҡыҙы.
Әлиә Милләт ҡыҙы үҙе лә оҙаҡ йылдар «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Район мәҙәниәте үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн район башлығы, мәҙәниәт министрының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
—Күңелемде биләгән, йәшәйешемә илһам биргән шөғөлөмдө аңлап ҡабул иткән, терәк-таяныс булған тормош иптәшемә, балаларыма, әсәйемә, ҡәйнәмә рәхмәтлемен. Бер туҡтауһыҙ репетицияларҙан, сығыштарҙан ялҡмаған талантлы бейеүселәремә һәм һәр ваҡыт янымда булған, гел ярҙам иткән ата-әсәләренә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, — ти Әлиә Милләт ҡыҙы.
Халыҡ-ара бейеү көнө алдынан талантлы педагог юғары наградаға – “Йыл остазы” миҙалына лайыҡ булды. Алда ла яңы балҡыштарығыҙ көтһөн!