

Бәлә билдәһеҙ кешенең шылтыратыуынан башлана. Шылтыратыусы үҙен “Дәүләт хеҙмәттәре” белгесе” итеп таныштыра һәм порталдағы шәхси кабинетына рөхсәтһеҙ инеүҙе булдырмау, банк иҫәптәрен һаҡлау һылтауы менән ярҙам тәҡдим итә.
Тиҙҙән мутлашыусылар үҙҙәренең гелән ҡулланылған схемаһын тормошҡа ашырып, пенсионерҙы ашығыс рәүештә аҡсаһын һаҡлап ҡалыу кәрәклегенә ышандыра. Уларға ышанған ҡатын 1 миллион һумдан ашыу сумманы “хәүефһеҙ иҫәпкә” һала. Артабан мутлашыусылар алдау схемаһына уның 21 йәшлек улын да ылыҡтыра. Аферистарҙың күрһәтмәһе буйынса эш иткән егет әсәһенең фатирын һата ла, һатыуҙан килгән 4,5 миллион һумдан ашыу сумманы муттарға ебәрә. Енәйәтселәр уларҙы, бөтә аҡсалар ҙа “хәүефһеҙ иҫәптә” һаҡланасаҡ, тикшереүҙәрҙән һуң кире ҡайтарыласаҡ, тип ышандыра.
Ялған хеҙмәткәрҙәр менән бәйләнеш өҙөлгәс һәм вәғәҙә ителгән аҡса кире ҡайтмағас ҡына, әсә менән ул алдаҡ ҡорбаны булыуҙарын аңлай. Әммә һуң була шул...
Үкенескә, беҙ интернет селтәренең ни икәнен йүнләп аңлап, белеп бөтмәйенсә, социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар барлыҡҡа килеү менән үҙебеҙҙең тормошто тулыһынса асып һалдыҡ, бик күп шәхси мәғлүмәттәр менән дә, аңын-тоңон уйламайынса, әүҙем бүлештек. Шуның менән мутлашыусылар хәҙер кинәнеп файҙалана: беҙгә исем-шәрифебеҙ менән мөрәжәғәт итә, аҡсабыҙ ятҡан банктарҙы атай, беҙ белгән кешеләрҙе телгә ала. Йәғни, һөжүмдәрҙең һәр береһе төплө әҙерлек менән, маҡсатлы килеш атҡарыла. Ләкин бирешмәйек әле, дуҫтар! Ниндәй осраҡта ла башты юғалтмайыҡ, айыҡ аҡыл менән эш итәйек. Мутлыҡ ысулдары, схемалары тураһында уҡып, танышып барайыҡ, ни тиһәң дә, белемле биште йығыр!
Фото: яһалма зиһен.