Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апреля , 10:30

"Тиктормаҫ"та егәрлеләр эшләй

Башҡортостанда "Уңышҡа ос" тигән республика конкурсы үтте. Ул уҡыусыларҙың киң мәғлүмәт саралары буйынса ине. Үҙебеҙҙән һәм Ырымбур өлкәһенән 12 команда ҡатнашты, тип хәбәр итәләр.

"Тиктормаҫ"та егәрлеләр эшләй"Тиктормаҫ"та егәрлеләр эшләй
"Тиктормаҫ"та егәрлеләр эшләй
Йәш журналистар видеосюжет эшләүҙә оҫталығын күрһәткән. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районының "Тиктормаҫ" медистудияһында шөғөлләнеүселәр Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары булып, аудиторияла, лекцияла ултырған, бер сәғәттә мобиль репортаж да эшләгән. Уларҙың эше юғары баһаланып, беренсе урынға лайыҡ булғандар. Афарин, балалар!
Был - Пионерҙар йортоноң республика вуздары менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе. Яңыраҡ учреждение Башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультеты менән килешеү төҙөгән.
Әйткәндәй, Башҡортостанда «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ғәмәлгә ашырыла.
Фото: Администрация Кармаскалинского р-на РБ, Контента | Инфоповод
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас