

Теплицаның каркасы тимерҙән булмаһа, көкөрт шашкаһы яндырығыҙ. Тимер булһа ярамай, сөнки көкөрт уны ашай. Бер тәүлектән яйланманың ишектәрен асып, елләтергә кәрәк. Каркас тимерҙән булһа, теплицаны тулыһынса марганцовка эретмәһе менән йыуҙырығыҙ. Фитофтора ингән булһа, тупраҡтың 15 сантиметр ҡалынлығындағы ҡатламын алып, яңы тупраҡ һалығыҙ. Түтәлдәргә 10 литр һыуға 100 грамм иҫәбенән баҡыр купоросы эретмәһе лә һиптерергә мөмкин. Көкөр шашкаһы урынына бордос шыйыҡсаһын да ҡулланырға була. Теплицаның стеналарын ғына түгел, тупрағын да шуның менән йыуҙыралар. Ваҡытында профилактика сараларын күрһәгеҙ, ултыртҡан йәшелсәләрегеҙ бәшмәк ауырыуҙарына бирешмәҫ.
Фото: lifehacker.ru