

Ошо көндәрҙә улар сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары сәк-сәк, сөсө икмәк, бауырһаҡ бешерҙе, сухари киптерҙе, шулай уҡ ит быҡтырып та алып килгәндәр. Бынан тыш, ауыл халҡы йыйған аҡсаға медикаменттар, таҫтамалдар, матрас, түшәк кәрәк-яраҡтары, йылы ойоҡбаштар һатып алынған. Ауыл халҡы был изге эшкә һәр саҡ дәррәү ҡушыла, ситтә тороп ҡалырға тырышмайҙар.