

Палата ағзалары менән берлектә ултырышта Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин ҡатнашты.
Палата рәйесе Альберт Мөхәмәтғәлиев Йәштәр йәмәғәт палатаһында ағзалығын туҡтатыу тураһында ғариза бирҙе. Палата ағзалары ҡабул ителгән ҡарарҙы хупланы һәм уның Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһына һайланғандан алып ҙур ойоштороу эшен билдәләп үтте.
Ошоға бәйле ултырышта Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе, рәйестең беренсе урынбаҫары һәм урынбаҫары вазифаларына кандидаттар өсөн тауыш биреү үтте.
Тауыштарҙы иҫәпләү йомғаҡтары буйынса Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп Илнур Рамаҙанов һайланды. Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина Илнур Рамаҙановты ҡотланы, уға Йәштәр йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеген ойоштороуҙа һәм йәштәр проблемаларын хәл итеүҙә уңыштар теләне.
Рәйестең беренсе урынбаҫары итеп Тимур Фәррәхов, рәйес урынбаҫары вазифаһына Альберт Ғәйнуллин һайланды.
Фото һәм сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте
Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ!