

Белорет район-ара суды иҫерек килеш 19 йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарҙың ғүмерен өҙгән 24 йәшлек водителгә хөкөм ҡарары сығарҙы.
Фажиғә 2025 йылдың авгусында Бөрйән районында була.
Водитель таныҡлығы булмаған егет, иҫерек килеш, «Рено сандеро» автомобиле менән идара итә. Машинала биш пассажир, шул иҫәптән ике 19 йәшлек игеҙәк ҡыҙҙар була.
«Ҡағы – Иҫке Собханғол» трассаһында водитель ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм машина юлдан ситкә сығып төшөп, әйләнә. Аварияла ҡыҙҙарҙың береһе салондан сығып оса. Икенсеһе дауаханаға оҙатыла, әммә аңына килмәйенсә вафат була.
Водитель дә етди йәрәхәттәр ала. Хәҙер ул – беренсе төркөм инвалиды, инвалид коляскаһында йөрөй.
Судта ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.
Суд ғәйепләнеүсене 8,5 йылға иркенән мәхрүм иткән. Ул колония-поселениела буласаҡ һәм 200 мең штраф түләйәсәк.