

- Бер нисә йыл дауамында фронтҡа гуманитар ярҙамды йыйыу менән шөғөлләнә торғас, махсус хәрби операция зонаһына үҙем барырға ҡарар иттем, - тип һөйләй Ләйлә Садиҡова. - Көн һайын яҙғанды үҙ күҙҙәрем менән күрергә, кемдәр өсөн, ни өсөн тырышҡаныбыҙҙы яҡшыраҡ аңларға теләнем. Һәм унда күргәндәрем күңелемдең аҫтын-өҫкә килтерҙе, мин унан үҙгәреп, тулыһынса икенсе кеше булып ҡайттым.
Беләһегеҙме, беҙҙе нисек унда ҡаршы алалар? Күҙ йәштәре менән. Һәм шулай уҡ оҙаталар. Беҙҙең көслө, сыҙамлы, сабыр ир-егеттәр, беҙҙең яҡлаусыларыбыҙ, тыуған яҡтан килгән машинаны күргәс, саҡ иламайҙар. Хис-тойғолар ташыуына, ҡыуаныс ҡатыш һағышҡа сыҙап та булмай... Уларҙы ҡат-ҡат ҡосаҡлайһың, арҡаларынан һөйәһең, йылы һүҙҙәреңде йәлләмәйһең, ә йөрәгең ярылып барғандай... Беҙҙе оҙатып, ҡул болғап ҡалған саҡтарында, йөрәктең бер өлөшө улар менән бергә ҡалды. Улар алдында һығылып төшмәҫкә үҙемдә көс таптым, ләкин машинаға ултырғас, йәштәрем йылға булып аҡты ла аҡты. Күрешкән батырҙарыбыҙҙың һәр кеме һаманғаса күҙ алдымда...
Һәр бер посылкаға, әйбергә, күстәнәскә балалар кеүек шатланалар, кескәй генә ярҙамды ла оло итеп күреп, рәхмәт әйтәләр. Ләкин улар өсөн иң мөһиме – беҙҙең килеүебеҙ, уларҙы онотмауыбыҙ! Ир-егеттәребеҙ беҙҙе үҙҙәренән дә нығыраҡ хәстәрләй. “Артабан бармағыҙ, унда хәүефле, ҡурҡыныс!” – тиҙәр, ихлас өгөтләйҙәр, уйыбыҙҙан кире дүндерергә тырышалар. Әммә анау ҡәҙәрем ер үтеп, беҙгә ышанып тапшырылған ярҙамды атай-улдарға, ағай-ҡустыларға тапшырмайынса артҡа борола ала инекме ни? Юҡ! Беҙ һәр береһенә тиклем барып еттек. Ҡайтыр юлға сыҡҡас та, шылтыратыуҙар башланды, смс-тар яуҙы: “Һеҙ нисек? Ҡайтып еттегеҙме? Барыһы ла именме?” Ут аҫтында йөрөгән килеш беҙҙе хәстәрләйҙәр, беҙҙе уйлайҙар... Беҙҙең дә һәр беребеҙ уларҙы шулай уҡ ҡайғыртһаҡсы...
Унда төптө башҡа - ҡурҡыныс донъя. Канонада тауыштары, шартлауҙар, емереклектәр. Пуляларҙан тишкеләнеп, иләккә әйләнгән йорттарҙы күреүҙән йөрәк ҡалтырай. Ауылдарҙа ирҙәр юҡ тиерлек, тик ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ҡарттар. Мин бер ҡасан да оло әбейҙе онотмаҫмын: ул ҡул арбаһында ауыр утындарҙы көс-хәлгә һөйрәтә ине, күрәһең, өйөн йылытырға маташҡан булалыр... Унда - комендант сәғәте. Ҡараңғы төшөү менән урамда тере йән эйәһе ҡалмай, сөнки һәр минутта өҫтөңә үлем килеп төшөүе мөмкин. Мин бер нәмәне генә теләнем: беҙҙең балалар быны һис ҡасан да күрмәһен! Дошман бик яҡын. Эйе, яугирҙар кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителеп тора, ләкин унда бөтә нәмә, русса әйткәндә, расходный материал. Техниканы яндыралар, кейемдәр туҙа. Беҙҙең ярҙам – ул ябай салбар-футболка йәки тушенка-сгущенка ғына түгел. Был - уларҙың рухи броняһы. Был -беҙҙе өйҙә көтәләр, беҙгә ярҙам итәсәктәр, тигән ышанысы.
Иң ҡурҡынысы – ярҙамды ваҡытында өлгөртмәү. Иртән беҙҙең ирекмәндәр яугирға посылка ҡалдырған. Ҡулдан-ҡулға тапшыра алмағандар, сөнки егетебеҙ заданиела булған. Ә кисен хәбәр иттеләр – ул заданиенан ҡайта алмаған... Ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткәндән һуң үҙемә урын тапмайым. Ә бит яңыраҡ ҡына, ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыһында, ул егет беҙҙең штабҡа инеп сыҡҡайны. Сикһеҙ бәхетле! Йөҙө ҡояштай балҡый - февралдә уның ҡыҙы тыуған! Күңеле тулы өмөт ине, Алла бирһә, йәшәрбеҙ, тине. Беҙ уның менән бергә маркетплейста кәрәкле нәмәләрҙе һайланыҡ, бөтә халыҡ менән аҡса йыйҙыҡ. Тик ебәреп өлгөрмәнек. Ул беҙҙең бүләктәрҙе алырға, күстәнәстәрҙе тәмләргә өлгөрмәне. Мин үҙемде ғәйепләйем: “Ниңә иртәрәк ебәрмәнек? Ниңә машинаны тиҙерәк тапманыҡ?..” Их, үкенескә, беҙҙә транспорт та һәр ваҡыт булып тормай шул, аҡса ла һуңғы йылдарҙа үтә ауыр йыйыла.
Аңлағыҙ, кешеләр! Берҙәмлегебеҙ булмаһа, беҙ һәр ваҡыт шулай һуңлаясаҡбыҙ! Ә һуңлауҙың хаҡы – ғүмер.
Мине иң ғәжәпкә ҡалдырған нәмәләрҙең береһе - ир-егеттәребеҙҙең таҙа, бөхтә һәм позитив булыуҙары ине. Улар көлә, шаяра, беҙҙе дәртләндерә. Үҙҙәренең араһынан кемдеңдер иртәгә булмаҫын яҡшы аңлай улар, ләкин йәшәүҙәрҙән кем туйһын?!. Һалҡын блиндаждарҙа йәшәйҙәр, дымлы салфеткалар менән “йыуыналар”, мавиктар, транспорт һатып алыу өсөн, торлаҡ яллап, һуғыш бысрағын ваҡытлыса ғына булһа ла, йыуып төшөрөр өсөн һәр тинде экономиялайҙар. Ә беҙ? Беҙ йылыла йәшәйбеҙ, нимә теләйбеҙ шуны ашайбыҙ, эҫе һыу менән йыуынабыҙ һәм хатта тормошҡа зарланырға ла өлгөрәбеҙ! Беҙгә ауырмы? Юҡтыр, тип уйлайым!
Ерле халыҡ тураһында дөрөҫөн әйтәм, уларҙың беҙгә мөнәсәбәте әллә нисек аңлайышһыҙ ине. Ҡараштарында - нәфрәт. Яҡшы һүҙҙәре табылһа ла, алан-йолан ҡаранып, шыпырт ҡына... Беҙҙең егеттәргә унда рухи яҡтан бик ныҡ ауыр, ҡатмарлы. Уларға ҡаршы – тотош көнбайыш, 50-нән ашыу ил. Ә уларҙың артында тик беҙ генә – һин, мин...
Яҡташтар! Берләшәйек. Хәҙер уларға элеккегә ҡарағанда ла ауырыраҡ. Тылды нығытайыҡ тигән һүҙҙәрем үтенес түгел, ул беҙҙең бурыс. Бәлә ишегегеҙҙе шаҡығансы көтөп ятмағыҙ. Хәҙер үк ярҙам итегеҙ. Һәр 100 һум, һәр пар ойоҡбаш, һәр изге доға – ул беҙҙең балаларҙың тере ҡайтыуына бер аҙым, бер ҡалҡан.
Гуманитар ярҙамды алып барыу ҙа ҡыйын. Һәр рейс дошман тылындағы ысын махсус операция ише. Тирә-әйләнәлә бөтә нәмә шартлап, ер һелкенеп торғанда, йорттар ярсыҡтар менән тишелеп бөткәндә, ысынлап та, хәтәр ҡурҡыныс. Әммә беҙҙең водитель-ирекмәндәр маҡсаттарынан тайпылмай, хәүефле маршруттарҙан гуманитар ярҙамды ташыуҙы дауам итә. Яуаплылыҡты өҫтөгөҙгә алыуығыҙ, рулдә йоҡоһоҙ төндәр үткәреүегеҙ һәм хәүефкә ҡарамаҫтан, машиналарҙы кәрәкле әйберҙәр менән тыңҡыслап тултырып, “таҫма” аръяғына юл алыуығыҙ өсөн баш эйәм, хөрмәтле водителдәр. Һеҙ беҙҙең ғорурлыҡ! Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Юл дүрт тәүлеккә һуҙылды. Юл буйына, йәшәгеҙ, батыр егеттәребеҙ, еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ, тип теләктәр теләнем...
Ҡайтып етеүҙәрен белдереп, Ләйлә бер яҡташ яугирға, беҙ өйҙә, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе һаҡлаһын инде, тип яҙғас, ул йылмайсыҡтар ҡушып: “Дошмандарыбыҙ ҡылый күҙле, һуҡыр булһын, ә башҡаһын беҙ күтәреп сығырбыҙ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ!!! Һеҙгә ҙур рәхмәт!” - тип яуаплаған...
Ләйлә Садиҡованың һәр һүҙе йөрәктәргә барып етһен ине, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр! Битараф ҡала күрмәгеҙ, яугирҙарыбыҙға хәлдән килгәнсә ярҙам итәйек. Уларҙың батырлығын иҫтә тотайыҡ, ҡәҙерләйек. Донъялар тиҙерәк тынысайып, ир-егеттәребеҙ имен-аман өйҙәренә ҡайтһын.
Баныу Ҡаһарманова.
Әйткәндәй
Гуманитар ярҙам алып барыусыларға: мотлаҡ рәүештә үҙегеҙҙең ирекмән булыуығыҙҙы, гуманитар миссия менән, үҙ иркегеҙ менән барыуығыҙҙы раҫлаған белешмә алығыҙ. Белешмәһеҙ юлланған кешеләрҙе кире борғандары ла бар. Шул тиклем араны үтеп, йөк тапшыра алмау бик ҡыйын хәл. Учалыларға белешмәне, мәҫәлән, М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабынан алырға мөмкин - Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 6 Б, 2-се ҡат.