Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апреля , 10:00

Баланы ағас баҫып үлтергән

Көслө ел һөҙөмтәһендә тротуар янындағы ағас бала өҫтөнә ҡолай, ҡыҙ бала шунда уҡ йән бирә.

Баланы ағас баҫып үлтергәнБаланы ағас баҫып үлтергән
Баланы ағас баҫып үлтергән

 «РИА Новости» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, Һамарҙың Түбәнге Новгород урамында тротуарға ағас ҡолаған. Һөҙөмтәлә бер ҡыҙ бала һәләк булған, тағы береһе дауаханаға оҙатылған. Ведомствола билдәләүҙәренсә, һәләк булған бала 2012 йылғы, ә йәрәхәтләнеүсе — 2011 йылғы.

Бынан тыш, төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, дауаханаға һалынған ҡыҙҙың хәле ауыр тип баһалана. Ул махсуслаштырылған медицина учреждениеһының травматология бүлегенә һалынған. Ведомство башлығы Андрей Орлов хәҙерге ваҡытта федераль үҙәк белгестәре менән консультация ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Баланың ғүмеренә хәүеф янамай», — тип өҫтәне ул.

Үҫмер ҡыҙҙың һәләк булыу факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 238-се статьяһы 2-се өлөшөнөң «в» пункты («Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлеменә килтергән эштәрҙе башҡарыу йәки хеҙмәттәр күрһәтеү») буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас