

Беренсенән, потенциаль ҡорбандың тыныслығын урлау, уны эмоциональ тигеҙлектән сығарыу, шаңҡытыу шарт. Әйтәйек, “яҡынығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны”, “һеҙ бүләк оттоғоҙ”, “һеҙҙең аккаунтты ватып ингәндәр”, “аҡсағыҙҙы урлайҙар” һ. б. Был хәлдә кешеләр ғәҙәттә юғалып ҡала, айыҡ аҡыл менән, тәнҡит күҙлегенән фекерләү һәләте кәмей. “Беҙ һинең артыңдан күҙәтәбеҙ”, “Конфиденциаль мәғлүмәтте кемгәлер хәбәр итеү тыйыла”, “күрһәтмәләрҙе үтәмәгән осраҡта һиңә (яҡындарыңа) хәүеф янай”, “һин енәйәтсе - хыянатсы”, “һине 25 йылға төрмәгә ултыртасаҡтар” һәм башҡа ҡурҡытыу, янауҙар кемдең дә ҡотон аласаҡ.
Ошо мәлдә икенсе ҡағиҙәгә сират етә - енәйәтсе “проблеманы хәл итергә ярҙам” тәҡдим итә. Һәм кеше, емгә алданып, ҡармаҡтың ырғағын ҡапҡан балыҡ ише, “ярҙам ҡулына” тотона һала. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы мутлашыу осраҡтары ла ошо ике ҡағиҙәгә нигеҙләнеп атҡарылған.
Өфөлә йәшәгән 17 йәшлек үҫмергә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталының “ҡыҙыу линия” хеҙмәткәре” шәхси кабинетҡа рөхсәтһеҙ инеүҙе булдырмау һылтауы менән шылтырата. Һәм ҡапыл үҫмерҙе шаҡ ҡатыра: йәнәһе лә, енәйәтселәр сит ил ойошмаларын финанслау өсөн уның әсәһе исеменән кредиттар ала башлаған! Әсәйеңә енәйәт яуаплылығы янай, тигән һүҙҙәрҙән һуң ныҡ ҡурҡҡан үҫмер һөйләшеүҙе өҙөргә ҡыймай һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” белгесе” уны “хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре” менән тоташтыра. Ярҙам итергә вәғәҙә биргән муттарҙың күрһәтмәләрен йәш егет һис бер һүҙһеҙ үтәгән: ата-әсәһенең кеҫә телефонын алып, 880 мең һумлыҡ кредит юллаған, шул аҡсаны декларациялау өсөн “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсергән.
Аферистар тағы ла 420 мең һум аҡса урларға маташа, ярай ҙа әсә “расхуттарға” батырған улын туҡтатырға өлгөргән.
Ә Өфө районында йәшәүсе 17 йәшлек ҡыҙға тупаҫ тауышлы ир шылтыратып, үҙен “Минцифра”ның хеҙмәткәре” итеп танытҡан. Ул уратып-суратып тормай, туранан-тура ҡыҙҙың шәхси аҡсаһы бармы-юҡмы икәнен белешә. Өләсәһе үлер алдынан яратҡан ейәнсәренә ярты миллион һум самаһы аҡса ҡалдырғанын белгәс, “ярҙам итергә” ҡарар ҡыла. “Министрлыҡ хеҙмәткәре” ҡыҙҙың финанс эшмәкәрлеген онлайн ентекләп өйрәнгән булып ҡылана, һуңынан йомғаҡ яһап, мутлашыусылар аҡсаңды дуҫ булмаған дәүләттәр территорияһына күсерергә маташа, тип хәбәр итә. “Енәйәти ғәмәлде булдырмау маҡсатында”, мутлашыусы уҡыусыны бөтә аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерә. Ҡыҙ, алдауға ышанып, яҡындағы банктан 495 мең һум аҡсаһын ала ла, банкомат аша енәйәтсе күрһәткән иҫәпкә һала.
Баш ҡаланан студент егет тә төрлө мутлашыуҙар тураһында яҡшы белһә лә, билдәһеҙ кешеләр менән һөйләшкәндә уяулығын юғалтып, әсәһен бурыстарға батырған.
Уға кисен “Дәүләт хеҙмәттәре” хеҙмәткәре” шылтыратып, аккаунтын ватып инеүҙәре, егеттең һәм уның яҡындарының шәхси мәғлүмәттәре мутлашыусылар ҡулына эләгеүе, әсәһенең исеменә кредиттар юллауҙары хаҡында әйткән. Ышанысҡа инер өсөн ата-әсәһенең исем-шәрифтәрен атағас, енәйәтсе видеоэлемтә аша аралашырға тәҡдим иткән.
Һуңынан егет менән “Үҙәк банк” һәм “ФСБ хеҙмәткәрҙәре” бәйләнешкә инә. Улар хеҙмәт танытмаларын күрһәтә һәм әсәһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласағын белдерә, әммә, йәнәһе лә, “ғаиләгә ярҙам итергә әҙерҙәр”. “Хоҡуҡ һаҡлаусы” ҙур сумма аҡса табыу өсөн өйҙә тентеү үткәреүҙе һорай. Өйҙә бер кем дә булмаған мәлде көтөп, егет уларҙың күрһәтмәһе буйынса бөтә бүлмәләрҙе видеоэлемтә аша күрһәтә. Артабан улар әсәһенең телефонын алырға, бөтә банк ҡушымталарын асырға һәм скриншоттар эшләргә ҡуша. Мутлашыусылар студентты төндә, әсәһе йоҡлағас, аралашыуҙы дауам итергә һәм уның гаджетын ҡулланырға күндерә. Уларҙың күрһәтмәләрен үтәп, егет миллион һумдан ашыу суммаға кредит ала һәм банктан белдереүҙәрҙе һүндерә. Бынан һуң ул йөкмәтелгән ҡушымта ярҙамында билдәһеҙ иҫәптәргә 800 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.
Әлдә генә әсә был хәлде белеп ҡала һәм улының телефон мутлашыусыларының тоҙағына эләгеүен аңлай. Ашығыс рәүештә финанс операцияны туҡтатып, кредит аҡсаһының ике йөҙ мең һумын ебәрмәй һаҡлап ҡалғандар.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп, уяу булырға саҡыра:
- Һаҡ булығыҙ! Балаларға сит кешеләрҙең талаптарын үтәргә, уларға карталарҙың мәғлүмәттәрен бирергә йәки ҡушымталар урынлаштырырға ярамағанын аңлатығыҙ. Һеҙҙең контроль һәм асыҡ диалог - уларҙы яҡлауҙың төп факторҙары.
Фото: яһалма зиһен.