Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апреля , 09:11

Ҡала мэры ҡулға алынған

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең етәксеһе вазифа һәм коррупция енәйәттәрендә ғәйепләнә.

Ҡала мэры ҡулға алынғанҠала мэры ҡулға алынған
Ҡала мэры ҡулға алынған

РФ ТК БР буйынса тәфтиш органдары РФ Енәйәт кодексының 286-сы статьяһының 3-сө өлөшөнөң «в», «г», «е» пункттарында ҡаралған (вазифа вәкәләттәрен арттырыу) һәм РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 6-сы өлөшөндә ҡаралған (айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыу) енәйәттәрҙе ҡылыуҙа шикләнеү буйынса Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығын ҡулға алды. Бынан тыш, хакимиәт башлығы урынбаҫары, хакимиәттең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы начальнигы урынбаҫары һәм шифахана директоры РФ Енәйәт кодексының 286-сы статьяһының 3-сө өлөшөнөң «в», «г», «е» пункттарында ҡаралған енәйәттәрҙе ҡылыуҙа шикләнелә (вазифа вәкәләттәрен арттырыу) .

Тикшереү версияһы буйынса, фигуранттар Өфө ҡалаһы шифаханаларының береһендә урынлашҡан 1300 квадрат метрҙан ашыу ер участкаһын законһыҙ үҙләштереүҙе ойошторған. 2025 йылда хакимиәт башлығы, ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге өлкәһендәге вәкәләттәрен файҙаланып, төҙөлөш ойошмаһы вәкиленән ришүәт биреүҙе талап итә. Атап әйткәндә, һүҙ төҙөлөш ойошмаһы аҡсаһына хаҡы 13 миллион һумдан ашыу булған ер участкаһын һатып алыу һәм артабан ҡала башлығы мәнфәғәтендә хоҡуҡтарҙы рәсмиләштереү хаҡында бара. Бының өсөн етәксе төҙөлөш ойошмаһына үҙенең яҡлауын вәғәҙә иткән. Енәйәт эшмәкәрлеге Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы тәфтишселәре тарафынан асыҡланған һәм туҡтатылған. Әлеге ваҡытта енәйәт эше буйынса һорау алыуҙар, тентеүҙәр һәм эҙләүҙәр үткәрелә. Дәлилдәр базаһын йыйыу һәм нығытыу, шулай уҡ фигуранттарҙың законһыҙ эшмәкәрлегенең өҫтәмә эпизодтарын билдәләү дауам итә. Фигуранттарға иҫкәртеү сараһын һайлау мәсьәләһе хәл ителә.

Фото: РФ Тәфтиш комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас