

Эксперт-криминалистар уларҙың кемлеген, үлеме сәбәптәрен асыҡлай башлаған да инде.
- Тәфтишселәр Өфөлә табылған өс кешенең үлем сәбәптәрен һәм шәхесен асыҡлай, - тиелә рәсми хәбәрҙә. - Рәсәй Тәфтиш комитетының Ленин районы тәфтиш бүлеге өс кешенең һөлдәһе табылыу осрағы буйынса процессуаль тикшереү үткәрә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2026 йылдың 23 апрелендә Өфө ҡалаһы Ленин районының «Елкән» торлаҡ комплексы янындағы баҫыуҙа һөйәк ҡалдыҡтары табылған. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә тәфтишселәр һәм криминалистар барған, ваҡиға урыны тикшерелгән. Кеше һөйәктәре буйынса үлемдең сәбәбен асыҡлау, шулай уҡ шәхестәрҙе идентификация маҡсатында суд-медицина һәм молекуляр-генетик экспертиза тәғәйенләнгән. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән башҡа тикшереү саралары уҙғарыла.
Фото: РФ Тәфтиш комитеты.