Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 05:40

«Төндәр буйы илайым»

Гөлназ Асаева йоҡлай алмай төнө буйы илап сығыуы хаҡында хәбәр иткән.

«Төндәр буйы илайым»«Төндәр буйы илайым»
«Төндәр буйы илайым»

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева үҙенең хейтерҙарына асыулы мөрәжәғәт яҙҙырған. Уларҙың ағыулы комментарийҙары йырсының күңелен яралаған.

Йырсы социаль селтәрҙәргә оркестр менән йырлаған видеоһын ҡуйыу менән насар комментарийҙар яҙып ҡалдырыусылар табылған.

— Мин шаҡ ҡаттым! Миңә тамырҙарың бүртеп сыҡҡан, тип яҙалар, ни эшләйәйем һуң инде? Икенселәре күкрәген сығарып ҡуйған, тигән. Ҡайҙа? Мин был ҡатын-ҡыҙҙарға аптырайым. Нисек ҡатын-ҡыҙ башҡа бер ҡатын-ҡыҙға шундай кире комментарийҙар яҙа ала? — ти Гөлназ.

— Хейтерҙар ҡайһы ваҡыттан алып асыҡтан-асыҡ билдәле кешеләрҙе кәмһетергә хоҡуҡтары бар тип уйлай башланы икән? Блогерҙарҙың һәм артистарҙың йөрәге юҡмы әллә? Уларға ла ауыр. Ҡайһы саҡта комментарийҙарҙы уҡып, төнө буйы йоҡлай алмай илап сыҡҡан ваҡыттарым була, — тип белдерҙе артист.

Гөлназ Асаева авариянан һуң үҙенә ҡарата күпме яуыз һүҙҙәр яҙылғанын, булмаған нәмәлә ғәйепләүҙәрен дә иҫкә алды:

— Миңә ни тиклем ауыр булғанын белһәгеҙ ине! Теләһә нәмә яҙыр алдынан, башығыҙ менән уйлағыҙ! – ти Гөлназ.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас