Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель , 09:25

Иң оҫтаһы кем булды?

Башҡортостанда 16-сы тапҡыр "Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе" конкурсы үтте. Был ярыш "Строймастер - 2026" Милли һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы булараҡ ойошторолдо.

Иң оҫтаһы кем булды?Иң оҫтаһы кем булды?
Иң оҫтаһы кем булды?
Башҡортостандың иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе исемен алыу өсөн 21 профессионал һынау тотто. Бынан тыш, "Студент лигаһы" категорияһында Өфө, Нефтекама, Туймавзы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларындағы колледждарҙа уҡып йөрөүсе 10 студент та ҡатнашты.
Конкурс программаһында заманса иретеп йәбештереү ҡорамалында практик задание булды, ҡатнашыусылар ике материалды бер нисә алым менән тоташтырырға тейеш ине.
 
Шулай итеп, еңеүселәр: "Иң яҡшы сварщик" - "АК ОЗНА" йәмғиәтенән Айрат Гарданов, "Студент лигаһы"нда - Башҡорт иретеп йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт производствоһы колледжынан Гордей Лапин. 

Фото: Минстрой РБ, Контента | Инфоповод

 
 
Иң оҫтаһы кем булды?
Иң оҫтаһы кем булды?
Иң оҫтаһы кем булды?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас