Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апреля , 04:40

Дуҫтар, берҙәм булайыҡ!

Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында Аҡбулатовтар ғаиләһенә оло бәлә килә, ғаиләнең өйө янып киткән. Иртәнге сәғәттәрҙә сыҡҡан янғын бөтә мөлкәтте юҡ иткән, ғаилә урамда бер ҡат кейем менән тороп ҡалған. Аҡбулатовтарға ошо ауыр минуттарҙа ярҙам ҡулы һуҙайыҡ! Бергәләп йыйылған һәр һум аҡса улар өсөн ҙур терәк буласаҡ. Ярҙам итеү өсөн: аҡсаны Сбербанк йәки Уралсиб картаһына ошо номер буйынса күсерергә була: 8-922-790-32-45,  Гөлфинә Ғиниәтулла ҡыҙы А. Тәғәйенләнеше: «Помощь погорельцам» Аллаһы Тәғәлә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын. Күрһәткән ярҙамығыҙ үҙегеҙгә изгелек булып ҡайтһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
Дуҫтар, берҙәм булайыҡ!Дуҫтар, берҙәм булайыҡ!
Дуҫтар, берҙәм булайыҡ!

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова