

РФ Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин фажиғәле хәлде асыҡларға ҡушты.
10 йәшлек Ярослав Чепков менән 7 йәшлек Кенан Мостафаев Сим йылғаһына һыу инергә барғанда юғала. Ярославтың кәүҙәһе табылды, тип яҙһалар ҙа, ата-әсә, ул беҙҙең бала түгел ине, тип раҫлай.
Лагерҙағы сәйер шарттар, талаптар хаҡында башҡа балалар һөйләгән. Уларҙы йүнләп ашатмайҙар, яланғас йөрөргә, һарайҙа йәшәргә, төрлө ритуалдарҙа ҡатнашырға мәжбүр итәләр. Лагерь "Радостея" сектаһы менән бәйле булыуы ихтимал.
Бастрыкиндың ҡушыуы буйынса әле "үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.