Марафонды тәүгеләрҙән булып Башҡортостандан ҡатнашыусылар аса. Улар араһында Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле лә бар. Уларҙың башҡарыуында халыҡ көйҙәре һәм билдәле әҫәрҙәр яңғыраясаҡ.
Был төркөм 2005 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында ойошторола. Шул уҡ йылда учреждениела ҡурай класы асыла. 2005 йылдан 2010 йылға тиклем ансамбль менән өҫтәмә белем биреү педагогы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов етәкселек итә. 2010 йылдан алып әлеге көнгә тиклем етәксе булып өҫтәмә белем биреү педагогы, БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбле артисы Вәсил Баймырҙин тора. Бөгөн ансамбль составында 22 уҡыусы шөғөлләнә. Төп составта 11 кеше, шулай уҡ әҙерлек составы бар. Ҡурайсылар ансамбле репертуарында боронғо башҡорт оҙон һәм лирик, бейеү һәм шаян халыҡ көйҙәре, хәрби поход марштары яңғырай. Ансамбль йыл һайын республика конкурстарында, фестивалдәрендә ҡатнаша, лауреат урындарына эйә һәм ҡала һәм мәктәп сараларында даими сығыш яһай.