

...Рация телгә килде: “Барыһына ла укрытиеға! Бер-ике сәғәт сыҡмаҫҡа! Хәҙер позициялар буйынса АРТА эшләй башлай!” Быны ишетеү менән егеттәр яҡындағы соҡорға һикерҙе, бөгәрләнеп ятып, баштарын ҡулдары менән ҡапланы. Күп тә үтмәне дошмандарҙың да артиллерияһы телгә килде. Гүйә, титандар алышы уртаһында ҡалған яугирҙарға бындай шартлауҙарҙы ер күтәрә алмай уртаға ярылыр кеүек ине. Ләкин ер күтәрҙе. Тетрәүҙәрҙең тынғанын көтөп алған штурмлаусылар саң-төтөндә берҙәм ҡалҡынып, дошман нығытмаһына йомолдо. Тик барыһы ла түгел - утлы дауылдың өйөрмәһенән һуң теткеләнгән ерҙә ауыр яралылар һәм үлеләр түшәлеп ҡалды. Штабтың “ҡошсоғо” уларҙың ҡайҙалығын асыҡлағас, эвакуация егеттәренә координаталарҙы тапшырҙы, позывнойҙарын да әйтте. 2022 йылдың 2 июленән алғы һыҙыҡта йөрөгән “Механик” позывнойлы Учалы егете - Илнур Ғатауллин ниҙәр генә күрмәне, ләкин барыбер яу яланына барып ингән һайын тетрәнеү кисерҙе – иптәштәрен йәлләүҙән. Әммә хис-тойғоларға бирелеп торорға ваҡыт юҡ. Һиҙмәй ҙә ҡалырһың, “укроп”тарҙың дрондары үлемесле һунарын башлаясаҡ. Яралыларҙың ҡайһы бере үҙенә-үҙе укол сәсеп, жгут һалды, яраһын бәйләне, ауыр хәлдәгеләргә санитар ярҙам күрһәтте. Эвакуация егеттәре ут аҫтынан тәүҙә “өс йөҙ”ҙәрҙе алып сығырға тырышты: төндә генә барҙылар - ҡайҙа шыуышып, ҡайҙа йүгереп, ә көндөҙ снарядтарҙан өңрәйеп ҡалған соҡорҙарҙа, емерелгән блиндаждарҙа йәшеренеп яттылар.
Яралылар ауыртыуға сыҙай алмай, ҡурҡыныс итеп ҡысҡыра, тештәрен шығырлатып һыҙлана. “Егеттәр, дрон, дрон! Йәшенегеҙ!” - контузия алған берәү кинәт һикереп тороп, йән-фарман ҡасырға итте. “Механик” уны туҡтатып, көс-хәлгә антидрон юрғанға кире урап һалды: “Һин һаташаң, туған, әле бер ни ҙә юҡ, ҡурҡма, беҙ яныңда”. Йәш кенә берәү: “Улым тыуырға тейеш, ҡайтырға кәрәк ине”, - тип йылмайырға иткән булды, ә үҙенең - үҙәгенә үткән һыҙланыуҙан төпкә батҡан - күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре емелдәне. “Ҡайтырбыҙ, - тине Илнур, - йәйәү тағы бер-ике көнлөк кенә ара... Ә унда - квадроцикл, ул һеҙҙе машинаға тиклем елдертәсәк, артабан “буханка” – самолетҡа, уныһы иһә “һә” тигәнсе госпиталгә еткерәсәк. Улыңдың тыуыуына самай ҡайтып өлгөрәһең”. “Рәхмәт”, - тип шыбырланы ҡара янған ирендәр. Илнур хәсрәт тулы йөҙөн йәшерер өсөн башын ситкә борҙо: кемдеңдер – бер нисә сәғәттән, кемдеңдер - ярты юлда, кемдеңдер госпиталдә йән биререн, тыуған яҡҡа цинк табутта ғына ҡайтып етеүен аңлауҙан йөрәге сәнсте. Хәлдәренән килһә, һәр береһен тере генә килеш өйҙәренә алып ҡайтып, туғандары ҡулына тапшырыр ҙа ине улар, ләкин ҡайҙан һуң...
Өйҙәрен, яҡындарын һөйләп һаташты яу ит турағысы аша үткән һалдаттар, һыҙланыуҙар йоҡо бирмәне. Эвакуация егеттәре уларҙы төрлөсә йыуатты, ыңғайҙарына һыпырҙы, бирешмәҫкә өндәне һәм мөмкин тиклем тиҙерәк хәүефһеҙ урынға алып сығырға ашыҡты. Дөм-ҡараңғы төндәрҙә аҙым һайын үлем һағаланы: аяҡ аҫтында - миналар, баш осонда - дошмандың тепловизорлы “ҡошсоҡ”тары. Көндөҙ ҙә әжәл минометтар ямғыры, аҫтыртын дрондар йөҙөндә баҫтырышмаҡ “уйнаны” улар менән. “Өс йөҙ”ҙәрҙе, “ике йөҙ”ҙәрҙе транспортҡа тиклем алып барып еткергәс, ҡайтанан алғы һыҙыҡҡа, башҡалар артынан ҡабаландылар.
Үҙҙәренең батальонынан ғына түгел, юлда осраған һәр кемгә ярҙам итергә тырыштылар. Иң ауыры - һыуҙың булмауы. Неонацистар ҡойоҡтарҙы, йылға-шишмәләрҙе ағыулағас, һыуҙың хаҡы – алтындарҙан ҡиммәт. “Зинһар, бер генә тамсы һыу бирегеҙсе!” – тип инәлә яралылар. “Һыуығыҙ булһа, бүлешмәҫһегеҙме, егеттәр?!”, “Һыу ғына ҡалдырып китегеҙ!” – тип мөлдөрәп ҡарай “закреп”тағылар, штурмлаусылар. Ә алмашҡа кеше булмаһа, айҙар буйына алғы һыҙыҡтан сығышмай, яуҙаштарын ташыған эвакуацияныҡылар үҙҙәре лә һыуға зар-интизар. Бар икән, һүҙ ҙә юҡ – бүлешәләр...
Донецк менән Артемовскиҙы тоташтырған тимер юлы өсөн ҡан ҡойошло һуғыштар барған Клещеевка ауылындағы “Иблис үткәүеле” тип аталған ерҙә тау битләүендә беҙҙекеләр аҙналар дауамында оборона тотҡанда, улар эргәһенә бер кем үтә алмай – яндарына ынтылған һәр кем һәләк була. Үлемесле алыш алып барған яугирҙар һыуһыҙ, аҙыҡ-түлекһеҙ, медикаментһыҙ интегә. Ризыҡ, һыу, медицина кәрәк-яраҡтарын йөкмәгән ике көслө, ҡыйыу башҡорт – Учалы районынан Илнур менән Салауат районынан егет - өҫтәренә снарядтар, миналар ҡойолоп торһа ла, аяҡ аҫтарында ер убылып, ут булып янһа ла, оборона тотоусыларға саҡлы барып етә. Шул утлы ҡулса эсенән ауыр яраланған старшинаны күтәреп алып сығалар. Был ҡаһарманлыҡ өсөн Илнур Ирек улын Батырлыҡ ордены менән наградлайҙар. Ордены уны бер йыл тигәндә Учалыла эҙләп таба. Тыйнаҡ, тыныс тәбиғәтле, арыҫлан йөрәкле егет бынан тыш Суворов, "Хәрби батырлыҡтары өсөн", “Генерал Шайморатов", "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" миҙалдары менән наградланған.
- Өсәр-дүртәр ай яу яланынан сыға алмай ятҡандарҙы ла алып сыға инек, - ти Илнур Ғатауллин. – Һауығырына өмөт булмағанда ла алып сыҡтыҡ. Исмаһам, кәүҙәһе булһа ла тыуған еренә ҡайтһын, тип. Кемдәр осрай, һыу, аҙыҡ, дарыу биреп китә инек. Ямғыр яуғанда тишек-тошоҡ полиэтиленды йәйеп, тамсыларҙы шешәгә йыйып эстек... Минән йыш ҡына, МХО-ла булып та, һин нисек шулай тыныс ҡала алдың ул, тип һорайҙар. Енләнеп, былай ҙа ҡаҡшаған нервымды тамам бөтөрәйемме? Юҡ, мин артабан имен тормошта йәшәргә теләйем, һуғышта күргәндәрҙе уйламаҫҡа, оноторға тырышам.
Яралыларҙы, һәләк булыусыларҙы ташыған саҡта Илнурҙы һәм медвзводтан “Хан” позывнойлы егетте дрондар баҫтыра. Илнур һуҡмаҡтан бер аҙым ғына ситкә баҫа һәм шунда уҡ минала шартлай. “Хан” уны ағаслыҡҡа һөйрәп индерә, тәүге ярҙамды күрһәтә - ғүмер бүләк итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр йәй ул үҙе һәләк булған. Ә аяғы өҙөлгән яҡташыбыҙ биш ай госпиталдәрҙә дауаланып, 2025 йылдың 20 майында Учалыға ҡайтып төшә. Бөгөн ул йорт төҙөү менән мәшғүл. Сораман ауылында йәшәгән Хәнифә апайҙың өлкән улы, батыр яугир Илнур Ғатауллин яҡты өмөттәрен ҡушып төҙөйәсәк ул өйҙө, иманыбыҙ камил.
Баныу Ҡаһарманова.
Фото: И.Ғатауллиндың шәхси альбомынан.