

Федераль именлек хеҙмәте Роскомнадзор етәкселегенә ҡаршы терактты иҫкәрткән. Енәйәтселәр араһында Өфө егете лә бар.
Улар шартлатҡыс ҡулайлама ярҙамында эш автомобилен шартлатырға уйлаған. Был хаҡта Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте хәбәр итә. Теракт Украина махсус хеҙмәттәре ҡушыуы буйынса әҙерләнгән.
ФСБ енәйәтселәрҙе тотоу операцияһын 18 апрелдә дүрт ҡалала: Мәскәүҙә, Өфөлә, Новосибирскиҙа һәм Ярославлдә уҙғарған. Һөҙөмтәлә неофашист һәм радикаль идеология яҡлы ете кеше ҡулға алына. Вербовка мессенджер аша алып барылған. Мәскәүҙә йәшәгән 22 йәшлек егет, төркөм етәксеһе, ҡулға алыу мәлендә ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә һәм үлтерелә. Оперативниктар тентеү барышында 1 килограмлыҡ шартлатҡыс ҡулайламаһын, граната Ф-1, ПМ пистолетын, ике газ пистолетын, рациялар тапҡан. Бынан тыш, неонацист атрибутикаһы, украин хәрби ойошмалары символикаһы, шулай уҡ Рәсәйҙә тыйылған террористик ойошмаға инеү буйынса инструкции тартып алынған.
Федераль именлек хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Роскомнадзор етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына көс ҡулланыу хәүефе янай, ҡораллы һөжүмдәр яһала һәм экстремистик акциялар үткәрелә, террор акттары әҙерләнә. Был енәйәттәргә йәштәр, шул иҫәптән бәлиғ булмаған балалар йәлеп ителә. Уларҙың енәйәти эшмәкәрлегенә Украинаның махсус хеҙмәттәре яуаплы.
Радикаль ғәмәлдәрҙе башҡарыуға ынтылған һәм аҡсаға енәйәт ҡылырға әҙер булған интернет ҡулланыусыларҙы асыҡлау өсөн Киев заманса программа сараларын һәм яһалма интеллектты киң ҡуллана.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.