Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель , 09:05

Тел комиссияһы эшләй, башҡаларға ла тырышырға кәрәк

Бөгөн республикабыҙ Хөкүмәтендә уның ҡарамағындағы "Башҡортостан Республикаһы  халыҡтары телдәре тураһында"ғы  БР законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияның ултырышы үтте.  

Тел комиссияһы эшләй, башҡаларға ла тырышырға кәрәкТел комиссияһы эшләй, башҡаларға ла тырышырға кәрәк
Тел комиссияһы эшләй, башҡаларға ла тырышырға кәрәк

Уны БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев асты һәм   ҡыҫҡаса инеш сығышында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен үҫтереүгә бәйле һөйөнөслө яңылыҡты еткерҙе.

Уның әйтеүенсә, Комиссияның телебеҙҙе үҫтереүҙә яһалма зиһенде файҙаланыу буйынса  яңыраҡ үткән ултырышында төплө һөйләшеү булып, был йүнәлештә аныҡ эштәр башҡарыла башлаған да инде. Атап әйткәндә, республикабыҙҙың Һанлы үҫеш министрлығы айти технологиялар белгестәре  һәм башҡалар йәлеп ителеп, башҡорт телендә 255 мең материал тупланған.

Дәүләт телдәрен яһалма зиһенгә индереү буйынса булдырылған хеҙмәт ағзалары  ҡайһы бер юридик нескәлекте хәл итеү өсөн ошо арала кәңәшмәгә йыйылып, фекер алышасаҡ.

 Ултырышты дауам итеп, Урал Таһир улы Хөкүмәт ҡарамағындағы Терминология хеҙмәтенең эшен йәнләндереү маҡсатында уға яңы етәксе итеп – "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллинаның, Топонимика буйынса хеҙмәттең етәксеһе итеп филология фәндәре докторы, РФ Фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми-тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тел ғилеме  бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре вазифаһын башҡарыусы Гөлнур Һарун ҡыҙы Бохарованың тәғәйенләнеүе хаҡында белдерҙе.

 Артабан бер нисә тармаҡ вәкиленең отчеты тыңланды.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Фуат ҡыҙы Зиннурова үҙ ведомствоһының  Йәмәғәт палатаһы, Фәндәр академияһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе тураһында бәйән итте.

Беҙҙәге медицина учреждениеларының барыһында ла алтаҡталар ике дәүләт телендә яҙып эленгән, дауахана-поликлиникаларҙа үҙ телендә һөйләшкән сирлеләрҙе ҡабул итерлек белгестәр бар.

Райондарға сығасаҡ "Сәләмәтлек" поездарына урындағы халыҡ менән башҡортса йәки татарса һөйләшә белгән табиптар йәлеп ителә. Телебеҙҙе яҡшы белгән табиптар радио-телевидение тапшырыуҙарында даими ҡатнашып, профилактик эш алып бара

Һаулыҡ һағында тороусылар телебеҙгә бәйле акцияларға лә битараф түгел. 17 апрелдә Республика перинаталь үҙәгендә эшләүсе медицина персоналы үҙҙәрендә дауаланған 42 йөклө ҡатын менән бергәләшеп башҡорт теленән диктант яҙған.

Уларға, афарин, тиергә генә ҡала.

Артабан Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Вильмер улы Иғдиев  үҙҙәрендә тел буйынса законды мөмкин булғанса үтәргә тырышыуҙары хаҡында һөйләне.

 Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры урынбаҫары Илһам Зәкир улы Бикбулатов та сығышында законды үтәргә ынтылыуҙары , тик билдәле маркетплейстарҙың күпселегендә закондың һанға һуғылмауы хаҡында  еткерҙе.

 "Өфө" тимер юлы вокзалында унан ҡуҙғалған һәм беҙгә килгән поездар хәрәкәте хаҡында башҡортса иғландарҙың туҡтатылыу сәбәптәре менән транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Михайлович Жульков таныштырҙы. Баҡтиһәң , төп мәсьәлә баш офисҡа барып төртөлә икән. Был, әлбиттә, күңелһеҙ күренеш. Күрше Татарстанда, ана, вокзалдарында хатта өс телдә иғлан итәләр .

Урал Килсенбаев Башҡорт телен үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосоповаға күршеләрҙең  тәжрибәһен барып өйрәнеп ҡайтырға һәм республикабыҙ етәксеһе исеменә йәмәғәт ойошмаһы исеменән рәсми хат әҙерләргә ҡушты.

Ҡыҫҡаһы, Комиссия ултырышы бик эшлекле уҙҙы. Дәүләт теле булған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү буйынса яңы һайланған етәкселәргә лә, битараф булмаған һәр беребеҙгә үҙ тармағында ең һыҙғанып эшләйһе лә эшләйһе бар әле.

                                                                  Әлфиә ХӘМИТОВА.

                                                           Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Тел комиссияһы эшләй, башҡаларға ла тырышырға кәрәк
Тел комиссияһы эшләй, башҡаларға ла тырышырға кәрәк
Тел комиссияһы эшләй, башҡаларға ла тырышырға кәрәк
Тел комиссияһы эшләй, башҡаларға ла тырышырға кәрәк
Тел комиссияһы эшләй, башҡаларға ла тырышырға кәрәк
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас