Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Апрель , 08:45

Ләүәштән тәмле ризыҡ

  Был ризыҡ бик тиҙ әҙерләнә. Уны иртәнге йә киске табынға йәһәт кенә әҙерләргә мөмкин.  

Ләүәштән тәмле ризыҡЛәүәштән тәмле ризыҡ
Ләүәштән тәмле ризыҡ

 

Бының өсөн биш йомортҡа, ике ләүәш, 100 грамм ҡаты сыр, әнис, тоҙ, ҡара борос кәрәк.

Тәүҙә ләүәште таба формаһында ике өлөшкә түңәрәкләп ҡырҡырға. Береһен табаның төбөнә йәйергә. Артабан йомортҡаға тәмләткестәр, әнис һалып туғырға. Йәйелгән ләүәшкә ҡойорға ла икенсе өлөш менән ҡапларға. Талғын ғына утта 5–7 минут тирәһе бешерергә. Бешеп сыҡҡан ризыҡты әйләндереп, сыр һибергә. Ул ирегәнсе бер минут тирәһе ҡапҡасын ябып торорға. Әҙер ризыҡты өҫтәлгә йылы көйөнсә, йәшелсә менән бирергә була.

 

 

Фото: 1000.menu

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас