Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель , 11:00

Ҡытайҙа уҡытыусы 267 бала алып тәрбиәләгән

52 йәшлек физкультура уҡытыусыһы Бай Цзян 267 етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған баланы алып, ҡарап үҫтергән.

Ҡытайҙа уҡытыусы 267 бала алып тәрбиәләгәнҠытайҙа уҡытыусы 267 бала алып тәрбиәләгән
Ҡытайҙа уҡытыусы 267 бала алып тәрбиәләгән

  Быны өсөн ул хатта «супер атай» тигән ҡушамат алған. Бай Цзян ярлы ғаиләлә тыуып үҫә.  Үҙенең спорт ҡаҙаныштары арҡаһында ғына  колледжға уҡырға инә ала. 1995 йылда урта мәктәпркә эшкә урынлаша һәм йыш ҡына дәрес ҡалдырған малайға иғтибар итә.  Уны ата-әсәһе ташлауын белеп ҡалағас, үҙенә ала. Һуңынан ир башҡа етемдәрҙе һәм ташланған балаларҙы тәрбиәгә ала башлай.  Балаларҙы спортҡа йәләеп итә. Даими рәүештә уның өйөндә 30 бала йәшәй. Үҙе 46 йәшендә генә өйләнә һәм 2020 йылда үҙ балаһы донъяға килә.  Йөҙҙән ашыу ҡарап үҫтергән балаһы –  юғары белемгә, 50-ләбе – юғары спорт разрядына эйә була.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас