

Ул бында «дәүләт асҡысы» алырға килә. Яуапҡа үҙенең тереләр исемлегендә булмауын ишетә. Ҡатын аптырап ҡала, сөнки үҙмәшғүл булараҡ, бик күп йыл һалым түләй. Уның банк карталары ла яҡшы эшләй. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатындың яңы статусын системалағы өҙөклөк менән аңлата һәм һуңыраҡ килергә ҡуша. Ә инде хата юҡҡа сыҡмаһа, Рәсәй Эске эштәр министрлығына барырға кәңәш итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.