Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апреля , 04:15

Элвин Грейҙан быны көтмәгән инек!

Ул йәнә  бөтәһен дә аптыратты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Элвин Грейҙан быны көтмәгән инек!Элвин Грейҙан быны көтмәгән инек!
Элвин Грейҙан быны көтмәгән инек!

Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей концертында 3 йәшлек фанаткаһы менән сәхнәгә сыға һәм бергәләп йыр йырлай.  Был тулҡынландырғыс мәлдең видеояҙмаһын артист социаль селтәрендә урынлаштыра.

 Милана исемле ҡыҙ Ырымбурҙағы концерт ваҡытында сәхнәгә үҙе йүгереп сыға. Артист уның менән әңгәмә ҡора һәм бергә йырларға тәҡдим итә. Милана шунда уҡ «Татарка» йырын йырлай башлай һәм кисәнең ысын йондоҙона әйләнә. Тамашасылар йәш башҡарыусыға оҙаҡ ҡул саба. Элвин Грей уға автографлы футболка бүләк итә.

«Өс йәшендә сәхнәгә сығып, йыр башҡарыу — был иҫ киткес шәп күренеш. Ата — әсәйеңә рәхмәт, һин — таң ҡалырлыҡ бала», - ти Элвин Грей.

Автор:Гөлнара Солтанова