

Депутаттар Рәсәй Федерацияһы сенаторы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан вәкил О. Е. Головтың Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында 2025 йылдағы эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәтен тыңланы.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһының 2025 йылдағы эше тураһында отчет һәм 2025 йылда Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәү тураһында Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең доклады тәҡдим ителде.
Көн тәртибенә 25 мәсьәлә индерелде. Уларҙың күп өлөшө республика закондары проекттарын тикшереүгә бәйле.
Фото: автор фотоһы.