Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель , 09:00

Һаҡ булығыҙ: аҡса тип ҡыҙыҡмағыҙ!

21 апрелдә Пермдә  урамда дуҫы менән йөрөгән уҡыусы  аҡса  төргәге күреп ҡала.

Һаҡ булығыҙ: аҡса тип ҡыҙыҡмағыҙ!Һаҡ булығыҙ: аҡса тип ҡыҙыҡмағыҙ!
Һаҡ булығыҙ: аҡса тип ҡыҙыҡмағыҙ!

 Уны алам тигәнсе петарда шартлаған кеүек, шартлау тауышы яңғырай.  Бәхеткә күрә, малай зыян күрмәй. Әммә шартлау ыңғайы, ниндәйҙер буяу кеүек ҡатнашма уның  күҙенә эләгә. Александр Сапега саҡ һуҡыр ҡалмай.  

Һуңынан асыҡланыуынса, төргәктә ялған аҡса була. Улар маркетплейстарҙа иркен һатыла, тимәк, теләһә кем уны һатып алып, ташлап китергә мөмкин. Был хәл буйынса әле енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эше бара.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас