

Ниндәйҙер мәлдә быраулау машинаһының шымартыу дискыһы килеп төшә һәм пациенттың телен ҡырҡа. Стоматолог яраны эшкәртә, ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ, тип әйтә һәм ҡабул итеү өсөн аҡса алып ҡала.
Ҡатын өйөнә ҡайта, анестезия тәьҫире бөткәс, ул ныҡлы ауыртыу һиҙә. Һөйләшә лә, ашай ҙа алмай. Икенсе клиникала уның телен тегәләр.
Зыян күреүсе «Стомэл» клиникаһын судҡа биргәс, уға дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек сығымдарын ҡапларға һәм шул уҡ клиниканың хеҙмәттәренә сертификат бирергә тәҡдим итәләр. Суд пациентты яҡлай һәм теш дауалау учреждениеһына 70 000 һум аҡса түләргә ҡуша.