Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апреля , 17:43

Ҡот осҡос фажиғә!

Асҡын районында йорт янып, әсә менән уның 16 йәшлек улы ут эсендә ҡалған...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡот осҡос фажиғә!Ҡот осҡос фажиғә!
Ҡот осҡос фажиғә!

Был ҡурҡыныс хәл бөгөн көндөҙ Ҡышлауйылға ауылында булған - Үҙәк урамында торлаҡ йорт, дөйөм ҡыйыҡ аҫтындағы мунса яна. 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре урындағы ирекле янғын һүндереү командалары менән берлектә шунда уҡ янғынды һүндереүгә тотона.

Утты һүндереү барышында 1969 йылғы ҡатын менән уның 2009 йылғы улының кәүҙәләре табыла.

Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында МЧС-тың тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе эшләй.

Фото: https://web.max.ru/-69150429031004

https://web.max.ru/-69197923551776

 

 

Ҡот осҡос фажиғә!
Ҡот осҡос фажиғә!
Ҡот осҡос фажиғә!
Автор:Баныу Ҡаһарманова