

Өфөгә 28 апрелдә «Виссарион Белинский» круиз лайнеры, 1,2 майҙа «Александр Пушкин», 3, 4 майҙа «Россия», 5 ,6 майҙа «Юрий Никулин» , 7 майҙа «Александр Бенуа», «Русь Великая»,9,10 майҙа «Антон Чехов»,12, 13 -дә «Александр Пушкин»,16-да «Александр Свешников», 28 майҙа «Павел Миронов» теплоходтары киләсәк.
Һуңғы дүрт йылда Башҡортостандың баш ҡалаһына 49 круиз судноһы килгән, 5,5 мең туристҡа баш ҡалабыҙға сәйәхәт ойошторолған.
Беҙҙең республика туристарҙың иғтибарын йәлеп итә. Шуға күрә йылға туризмын үҫтереү буйынса ҙур эш алып барыла.
Фото: Олег Яровиков.