

Биш йылда Башҡортостанда тәү тапҡыр ҡыҙылса ауырыуы таралып, әле дүрт бала ауырып киткән.
2019 йылда был сирҙе ике өлкән кеше йоҡторған. «Роспотребнадзор» мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда бөтә ил буйынса 408 кеше ҡыҙылса менән ауырый — был бер йыл элеккегә ҡарағанда 58% күберәк. Мәскәү лидерлыҡ итә: 99 осраҡ. Артабан дағстан (74), Мәскәү өлкәһе (48), Чечня (38) һәм Тула өлкәһе (31) кеше килә.
Ҡыҙылса тын алыу юлы менән тарала. Билдәләре: тән температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелә, биткә һәм тәнгә алһыу тимгелдәр сыға, лимфа төйөндәре ҙурая. Өлкәндәрҙә ауырыу юғары температура һәм көслө интоксикация менән үтә. Төп хәүеф йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға янай. Вирус бала төшөрөүгә, үле тыуыуға һәм яралғы үҫешенең кәмселектәренә килтерә: йөрәк, күҙ, мейе зарарланыуы, һаңғыраулыҡ.