Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апреля , 05:17

2025 йылда 40 тоннанан ашыу донор ҡаны тапшырылған

 Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, 2025 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктә яҡынса 30 мең кеше 40 тоннанан ашыу донор ҡаны тапшырған, 73 мең донация башҡарылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
2025 йылда 40 тоннанан ашыу донор ҡаны тапшырылған2025 йылда 40 тоннанан ашыу донор ҡаны тапшырылған
2025 йылда 40 тоннанан ашыу донор ҡаны тапшырылған

 Республика ҡан биреү станцияһының алты филиалы бар. Инфраструктураны яңыртыу сиктәрендә 2023 йылда Октябрьский ҡалаһында подразделениеның яңы модуль бинаһы файҙаланыуға тапшырылған. Киләһе этап – Нефтекамала ошондай уҡ объект төҙөү.

Өлкәлә импортты алмаштырыуға айырыуса иғтибар бүленә. Мәҫәлән, республикала ҡан төркөмөн билдәләү өсөн стандарт эритроциттар етештереү буйынса проект тормошҡа ашырыла. Башҡортостан илдә бындай реагенттар эшләүсе берҙән-бер предприятие булып тора. Продукцияны шул иҫәптән Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Мәскәү өлкәһе һатып ала.

Республика шулай уҡ иммуноглобулиндар алыу өсөн сеймал етештереү күләме буйынса алдынғылар рәтендә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: коронавирус пандемияһы осоронда Башҡортостанда Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләй башланылар, был 5 меңдән ашыу пациенттың ғүмерен ҡотҡарырға мөмкинлек бирҙе.

2025 йылдан республикала йөклөлөк ваҡытында резус-конфликтты иҫкәртеү өсөн иммуноглобулин етештереүҙә кәрәкле антирезус плазма әҙерләү эшенә тотонғандар.

Республика ҡан хеҙмәте лиофилизацияланған (ҡоро) плазма етештереү өҫтөндә эш алып бара. Был продукт зыян күргән һәр кемгә лә яраҡлы һәм һыуытҡыс ҡорамал талап итмәй.

Шулай уҡ Башҡортостанда һөйәк мейеһе донорлығын үҫтереү дауам итә. Федераль регистрҙа төбәктән 16 меңдән ашыу потенциаль донор иҫәпләнә. Улар ҡатнашлығында 43 трансплантация башҡарылған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина