Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Апреля , 13:25

Ярангөл йод ярата

Йод тупраҡты зарарһыҙландыра, үҫемлекте бәшмәк ауырыуҙарынан һаҡлай, сәскә аттыра.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярангөл йод яратаЯрангөл йод ярата
Ярангөл йод ярата

 

Йод иретмәһе менән туҡландырыр алдынан тәүҙә гөлгә һыу һибеп алығыҙ. Һуңынан 1 литр һыуға 1 тамсы йод тамыҙып, һәр гөл һауытына 50 мл иретмә һалығыҙ. Тамырҙары янмаһын өсөн уны көршәктәрҙең ситенә  ағыҙығыҙ.

Бындай туҡландырыуҙы яҙғыһын ике аҙнаға бер , йәйгеһен айға бер эшләргә була.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина