

Район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте социаль селтәрҙә яҙыуынса, халыҡты кедр үҫентеһе ултыртыуҙа ҡатнашырға саҡыралар.
"Шишмәкәй" ("Родничок") балалар баҡсаһы янындағы майҙанда иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө 2-гә тиклем хакимиәт ағас ултыртырға теләүселәргә бушлай үҫенте таратыуҙы ойоштора.
Бик яҡшы сара! Гөрләп үҫһен кедрҙар!
Фото: Кугарчинский район Республики Башкортостан, вк һәм асыҡ сығанаҡтан.