Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апрель , 04:18

Йәштәр ауыр йәрәхәтләнгән

Өфөлә мотоцикл ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Йәштәр ауыр йәрәхәтләнгәнЙәштәр ауыр йәрәхәтләнгән
Йәштәр ауыр йәрәхәтләнгән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн төнгө сәғәт икелә Октябрь проспектында водитель таныҡлығы булмаған 20 йәшлек водитель «Дарекс» кросс мотоциклы руле артында «Хендай Санта Фе» машинаһы менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 20 йәшлек мотоцикл водителе һәм уның 16 йәшлек пассажиры күп һанлы йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Авария буйынса административ тикшереү бара.

Дәүләт автоинспекцияһы иҫкә төшөрә: кросс мотоциклында дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөрөү тыйыла, сөнки ул спорт инвентары тип һанала, ПТС-ы ла, көҙгөләре лә, яҡтылыҡ сығанаҡтары ла юҡ. Водитель таныҡлығы булмаған осраҡта транспортта йөрөү тыйыла!

Фото: https://web.max.ru/-70971064194553

 

Йәштәр ауыр йәрәхәтләнгән
Йәштәр ауыр йәрәхәтләнгән
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас