Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Апреля , 13:00

“Тамъян” дошманды аямай

Әбйәлилдең батыр егете 21 йәшенән МХО-ла.

“Тамъян” дошманды аямай“Тамъян” дошманды аямай
“Тамъян” дошманды аямай

23 йәшлек кенә, әле балалығы ла йөҙөнән китмәгән егеткә ҡарайым да ни өсөн ҡулына ҡорал алырға ашығыуын аңламайым. Уның урыны алғы һыҙыҡта түгелдер. Һөйгәне менән үҙ донъяларын ҡороп, балалар үҫтерергә тейеш һымаҡ. Тик йәш булһа ла, төрлө көтөлмәгән хәлдәрҙә үҙен нисек тотоуо, дуҫлыҡты, иптәштәрен өҫтөн ҡуйыуы ололарса фекер йөрөтөүе, аҡыллы, ҡыйыу булыуын һөйләй.

Бәләкәй сағынан форма кейеп, хәрби юлдан китеү хаҡында хыялланған егет махсус хәрби операция башланғас та, контракт төҙөү хаҡында уйлана башлай. Тик әсәһенең берҙән-бер улын ут эсенә ебәрмәҫен аңлай. Шулай ҙа йөрөй торғас, әмәлен таба. “Мине командирым Мәскәүгә хеҙмәткә саҡыра”, ти ул әсәһенә. Әрменән яңы ғына ҡайтып, Әбйәлил районы эске эштәр бүлегендә патруль-пост хеҙмәтендә яҡшы ғына эшләп йөрөгән еренән улының киренән илдең баш ҡалаһына юлланыуын хупламаһа ла өндәшмәй. Сөнки үҙ һүҙле, алдына алғанын эшләмәйенсә ҡуймауын белә. Тик бер нисә көндән: “Әсәй, мин контрактҡа ҡул ҡуйҙым. Рязанға килеп еттек. Һин борсолма, йәме”, - тип шылтыратҡас, аяғы аҫтында ер убылғандай тойола. “Ни эшләп?” тигән һорауҙар артыҡ була. Улы ҡарар ҡабул иткәс, үҙгәртмәҫен аңлаған әсәгә фатиха биреүҙән башҡа сара ҡалмай.

- Башҡортостандан 200 егет самолет менән тәүҙә Рязань ҡалаһына, унан Ростовҡа остоҡ. 10 көн хәрби әҙерлек үттек.  Армияла снайпер булдым, бәлки шуғалыр, мине штурмлаусы итеп ҡуйҙылар, - тип һөйләй “Тамъян”. – Позывной кәрәк тигәс, уйланым да ырыуым исемен алдым. Тәүге мәлдә беҙ бер ни аңламай инек: боевое подразделениеға бүлеп, урманда ҡалдырҙылар, блиндаж да, окоп та юҡ, үҙебеҙ төҙөп алдыҡ. Байымдан “Султан” позывнойлы иптәш егет менән бергә хеҙмәт итәбеҙ, Асҡарҙан уҡ бергә киткәс, ул миңә ныҡ яҡын.

Тәүге задание ныҡлыҡҡа һынау була...

21 йәшен яу яланында ҡаршылай ул. 23 ғинуарҙа беренсе заданиеға барған көн мәңгелеккә хәтерендә ҡала. Үлем менән күҙмә-күҙ осрашыу бер ҡасан да иҫтән сыҡмайҙыр...

- Командир Запорожье өлкәһендә бер ауылды алырға тигән задание ҡушып, координаттарын бирҙе. Биш кеше урман һыҙаты буйлап йәйәүләп киттек. Күп тә барманыҡ. Дошмандың “кассета”һы килеп төштө. Снаряд шартлауы ер менән күкте тигеҙләгәндәй булды, ныҡ ҡурҡтыҡ. Шаңҡып ҡалдыҡ, һуғыш ошолай була икән тигән уйҙар баштан үтте. Баш осонда бер туҡтауһыҙ дрондар осоп йөрөй, улар беҙҙе алға ебәрмәй һағалай. Уларҙан бәләкәй генә соҡорҙарҙа йәшенеп ултырабыҙ, төндө шулай үткәрҙек. Үҙебеҙ менән һыу алырға ла онотҡанбыҙ, командирым рюкзагынан шоколад табып алып, шуны бүлешеп ашаныҡ. Унан нығыраҡ асыҡтырҙы, етмәһә һыуһатты. Таң атҡас, рота командиры рация аша ауылға ҡарай барығыҙ тине. Беҙ дистанция тотоп, алға киттек. Ике йөҙ метр арауыҡ үттек, тейешле ауылға тағы илле метр ҡалды. Шул саҡ беҙгә ҡарай осҡан дрондарҙы күреп, окопҡа ҡастыҡ. Дрон соҡор эсендә шартлап, “Погранец” тигән позывнойлы иптәшемдең аяғы яраланды. Ул ҡурҡышынан асыҡ урынға йүгереп сыҡты һәм эргәһендә тағы бер дрон төштө. Ҡаны шаулап аға. Командир миңә шыуып барып, жгут һал тине. Шыуышып ҡына барып яраларын бәйләнем. Һыу һораны. Ә беҙҙең һыу юҡ. Шул саҡта боҙ киҫәген күреп, шуны булһа ла бирҙем. Командирым менән икебеҙ окопҡа ҡарай һөйрәтеп ҡарайбыҙ, ә ул кәүҙәгә елле, ауыр.  Шул саҡ дошман танкылары беҙҙе утҡа тотто һәм яралы “Погранец” һәләк булды, - тип “Тамъян” тәүге ауыр юғалтыуҙы күҙ алдынан ҡабат үткәреп, тын ҡалды. -  Тағы дрон шартлап, ике егетебеҙҙең аяғы яраланды. Икенсе тәүлек һыуһыҙ, ризыҡһыҙ хәл бөттө. Рация аша ярҙам һорап булмай, һыуыҡ булғас уның зарядкаһы бөтөп һүнде. Алға ла барып булмай, кирегә лә. Бер мәл минең баш осома ике дрон килеп торҙо. Береһе снаряд менән, икенсеһе корректировщик. Ҡыбырларға ла ҡурҡып күпме ятҡанымдыр, күҙ алдымда кино таҫмаһылай бөтә ғүмерем үтте, белгән генә доғаларымды уҡып, Хоҙайҙан илап ярҙам һораным. Күҙемде шар асып, үлгәнгә һалышып, күпме ятҡанымдыр, белмәйем, эрзинкә итек менән аяҡ бармаҡтарым иҫһеҙ булып туңғайны. Ниндәйҙер мөғжизә булдымы, доғаның көсөмө – дрондар юҡ булды. Бер аҙҙан үҙебеҙҙекеләр килеп, беҙҙе табып алды.

“Бер туғандарға әйләндек”

Ғинуар аҙағында йәш яугир яраланып госпиталгә эләгә. Бер айҙан ашыу ятҡандан һуң, кире ротаға ҡайта. Был яра менән командиры штрумлаусы була алмайһың тип артиллерияға күсерә. Херсон өлкәһендә дрон төшөп, аяғына ярсыҡтары эләгә. Госпиталдә дауаланып сыҡҡас, Курск йүнәлешенә ҡарай ебәрәләр. Курск өлкәһен азат итеү еңел бирелмәй, йылға яҡын ваҡыт уҙа. Хәҙер ул Запорожье өлкәһендә радиолокацион разведкала хеҙмәт итә. Дошмандың БПЛА, ракеталары ҡайһы урындан осоуын асыҡлай. Һәр яңылыҡты эләктереп алырға торған зирәк егеткә летчикка уҡырға тәҡдим иткәндәр. “Командирҙар башҡорт егеттәрен хөрмәт итәләр. Батыр, саяһығыҙ, тиҙәр”.

- Һуғышта иң ҡыйыны нимә?

- Үҙем өсөн ҡурҡмайым, - ти йәш яугир. - Иң ауыры, иптәшеңдең яраланыуы.  Ауыртыуҙан ыҙаланыуын күреп, бер нисек тә ярҙам итә алмаһаң бигерәк тә. Бына шул ҡыйын. Сөнки иптәш егеттәр бер туғандай яҡын кешеләргә әйләнде. Ялға ҡайтҡан арауыҡта һағынып өлгөрәм, улар унда нисек икән тип борсолам.

- Тыуған яҡтар ҙа һағындыра инде?

 -Тәүге ярты йыл һағындым. Аҙаҡ өйрәндем. Телефон аша әсәйем йә кәләшем менән һөйләшеп алғандан һуң ҡыйын булып тора. Уларҙың янында йөрөргә, ҡара-ҡаршы ултырып оҙон-оҙаҡ һөйләшке килә. Шуға ла ялға ҡайтҡанда ғаиләм менән бергә булырға тырышам, - ти “Тамъян”.

Матур мөхәббәт тарихы

Гөлминаз исеме лә, үҙе лә матур ҡыҙ. Мәхмүт ауылында тыуып-үҫеп, Сибайҙа педколледжда тәрбиәсегә уҡыған. Магнитогорск ҡалаһында балалар баҡсаһында ике йыл эшләгән, хәҙерге ваҡытта ҙур селтәр магазинында администратор, ситтән тороп юғары белем ала - СиБДУ-ла психологҡа уҡый. Сибәр ҡыҙ Өфө, Мәскәүҙә матурлыҡ конкурстарында еңеүҙәр яулаған.

 Әхирәте социаль селтәр аша сибәр, шәп егет менән таныштырам тигәс, әллә ни әһәмиәт бирмәй, шаяртыу тип ҡабул итә. Тик егет тә төшөп ҡалғандарҙан булмай, бер ай һиңә уйларға ваҡыт тип дуҫлыҡ тәҡдим итә. Был 2025 йылдың 23 ғинуары – егеттең тыуған көнө була. Тап шул көндә Гөлминазға иҫ китмәле ҙур һәм матур гөлләмә ебәреп аптырата. Ризалыҡ бирер алдынан ҡыҙ оҙаҡ уйлай, сөнки бер туған ағаһы махсус хәрби операцияла һәләк булғас, егеттең дә шунда булыуын йөрәге ҡабул итмәй. Тик сибәр, аҡыллы егеттең уны иғтибар, хәстәрлек менән солғап алыуы күңелен иретә. Ике йәш йөрәк араһында кинолағыса ярһыу мөхәббәт уты ҡабына. Яҙға ялға ҡайтҡанында тәүге тапҡыр осрашалар, ә көҙгөһөн никах уҡыталар. Туйҙы донъялар тынысланғас үткәрергә һөйләшкән йәштәр.

- Арала меңәр саҡрым алыҫлыҡ булыуы ҡыйын, башҡа йәш ғаиләләр кеүек гел бергә йәшәге, хыялдарҙы тормошҡа ашыраһы килә, - ти Гөлминаз. – Күңелем болоҡһоғанын әллә ҡайҙан һиҙеп, миңә ҙур рауза гөлләмәләре ебәрә. Шулай кәйефемде күтәрергә тырыша. Бер саҡ һыуыҡ тейеп ауырығанымда иптәше емеш-еләктәр алып килде.  Бына шундай хәстәрлекле ул. 8 Март алдынан сәскә магазины менән һөйләшеп, урамда ҡатын-ҡыҙҙарға сәскәләр ҙә тараттырҙы. Башҡаларға шатлыҡ өләшеү оҡшай уға.

“Доғаларым һаҡлап йөрөтһөн”

Улы ут эсенә ингән мәлдән алып әсәһенең йөрәге урынында түгел. Бәләкәй сағынан бәпләп, ни теләй алдына шуны ҡуйып үҫтергән бер бөртөк ғәзизе бит. Ике йәшенән балаһын яңғыҙы ғына тәрбиәләгән әсәнең кисерештәре аңлашыла.

- Шул тиклем шуҡ, шаян булып үҫте. Ниңәлер бәләкәй сағынан автомат менән уйнарға яратты. Хатта фотоларҙа ла гел автомат менән төшкән. Бокс түңәрәгенә йөрөнө, ярыштарҙа урындар алды. Оҫта бейей, “Байыҡ”ҡа ла барып ҡайтты. Дин менән дә бала сағынан ҡыҙыҡһынды, мәсеткә ихлас йөрөнө, доғаларҙы яттан белә, - тип һөйләй Заһиҙә Буранбай ҡыҙы. – Кешегә ипле, ярҙамсыл, йомарт ул. Унда һыуға ҡытлыҡ бит инде. Бер хәрби задание ваҡытында башҡаларға ҡалһын тип үҙе ныҡ һыуһаһа ла, эсмәгенен белеп иланым. Бына шундай дуҫ йәнле минең улым. Шылтыратып, үҙенең тауышын ишетмәйенсә күңел урынында түгел. Яраланған сағында, улығыҙ трехсотый тип хәбәр иткәстәре йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Алай ҙа аяҡҡа баҫты. Көн-төн Хоҙайҙан тиҙерәк тыныслыҡ килһен, улдарыбыҙ имен-һау ҡайтһындар тип теләйем.

- Ситтә йөрөгәндә өй ризыҡтары, әсәй бешергән аштар һағындыра. Гумконвой килеүе беҙгә ҡыуаныс. Бигерәк тә Әбйәлил районынан ярҙам йыш килә. Күстәнәстәр менән тәмләп сәй эсеп алабыҙ. Блиндажда ҡамыр баҫып, йыуаса, пирожки бешереп егеттәрҙе һыйларға яратам, - ти яҡташым.

Өс йыл эсендә үҙен ҡаһарман яугир итеп күрһәткән “Тамъян” төрлө хәрби наградаларға лайыҡ. Артиллериялағы намыҫлы хеҙмәте “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителгән.

Ихлас, күңеле шул тиклем асыҡ, тормошҡа үҙ ҡарашы булған егет менән оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Әлбиттә, барыһын да гәзит битенә һыйҙырырлыҡ түгел, унан бигерәк ярамай ҙа. Илһөйәр булыуы, дуҫтарына тоғролоғо, ярҙамсыллығы һоҡландырҙы. “Тамъян”ға тиҙерәк еңеү менән ҡайтып, үҙе хыялланғанса полиция йәки МЧС формаһын кейергә яҙһын.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас