

"ИННОПРОМ. Үҙәк Азия" форумында беҙҙең стендты РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров, Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев ҡараған.
Радий Хәбиров Үзбәкстан менән уртаҡ проекттар, шул иҫәптән Ташкент өлкәһендә "Бекабад" индус триаль технопарк төҙөү тураһында һөйләгән. Буласаҡ технопарк менән ҡыҙыҡһыныусылар бар - әле биш инвестор 13 млн һумдан ашыу аҡса һалырға әҙерлеген белдергән.
Резиденттарҙың береһе «БУРИНТЕХ» компанияһы булыуы ихтимал. беҙҙең был предприятие үҙен лайыҡлы күрһәтә. Күргәҙмәлә шулай уҡ Урал пружина заводы продукцияһы ла ҡуйылған.
Әйткәндәй, стенд янында Радий Хәбиров менән Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Башҡа документтарға ла ҡул ҡуйылды. Улар иҫәбендә Башҡорт инвестиция идара компанияһы менән Бекабад районы хеҙмәттәшлеге, «ORTOSTAN RU» ғилми-етештереү предприятиеһы ла бар.
Форум эше дауам итә.
Фото: БР Башлығы сайтынан.