

Ҡапыл ниндәйҙер сәбәптән уның эшмәкәрлеге тураһында программа юйылып, нисек ашарға, үҫергә, таралырға тейешлеге тураһында ғына программа тороп ҡала. Һәм ул шунан башҡа бер нәмә лә эшләмәй. Ошо рак тип атала ла инде.
Яман шеш күҙәнәге – ауырыу күҙәнәк түгел, ул иң сәләмәт, көслө, йәш күҙәнәк, әммә ялҡау. Әгәр ҙә бауырҙа бер генә ошондай күҙәнәк барлыҡҡа килә икән, бының бер ҡурҡынысы ла юҡ, ә инде был органдың 90 процентын ошондай күҙәнәктәр биләп алһа, бауыр ирекһеҙҙән бер нәмә лә эшләмәҫкә өйрәнә. Һәм беҙ үҙебеҙҙең үттән, эшкәртелеп бөтмәгән аҙыҡтарҙан үләбеҙ. Кемдер күҙәнәктең программаһын үҙгәрткән. Ул вирус, бактерия, тpихoмoнaдa,
цитoмeгaлoвиpуc, пaпиллoмaвиpуc булыуы ихтимал. Кемдер уға уға ошо программаны йоҡторған да, үҙенекен юйҙырған.
Яман шешкә ике төрлө йоғонто яһап була:
Мастопатия, фибромиома кеүек шештәр кешенән үҙ-үҙен яҡшы ҡарауҙы талап итә. Бындай шеште һәр саҡ күҙәтеп барырға кәрәк: үҫәме-юҡмы. Шулай уҡ уның ҡуҙғытыусыһын эҙләргә кәрәк.
Әгәр ҙә ашауҙы, эсеүҙе, психологияны һәм башҡаһын яраҡлаштырмаһаң, кешенең һауығып китеүе икеле. Мотлаҡ вируслы-бактериялы төркөмгә тикшерелеү үтергә кәрәк.
Ағыулы медикаменттар эсергә ярамай.
Нәҫелгә һылтанып, үҙеңде ҡорбан итергә лә кәрәкмәй.
Бындай осраҡта тыныс ҡына сәбәптәрен кәметеү яғын ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә беҙ ошо сәбәптәрҙе 30 процентҡа кәметәбеҙ икән, 30 процентҡа һаулығыбыҙ ҙа арта.Тик ашауҙы ғына яйға һалып, хәрәкәт итеүҙе һәм һыу эсеүҙе онотһаҡ, шулай уҡ һөҙөмтә булмаясаҡ. Иң яҡшыһы барыһын да әҙ-әҙләп кенә эшләргә.
Сәләмәт булырға нимә ҡамасаулай?
Ошо хаҡта уйларға кәрәк. Һәр кемдең үҙ сәбәбе булыр. Иң тәүҙә шуны асыҡлап, үҙ-үҙең менән килешеү мөһим.
Әлбиттә, тиҙ генә дөрөҫ туҡлана башлау еңел түгел. Беҙ бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөүҙән, кафе-ресторандарҙа һыйланыуҙан баш тарта алмайбыҙ. Шулай уҡ әсе ҡамырҙан бешкән аҙыҡтарҙы ла ашауҙы дауам итәбеҙ.
Әммә ниндәй генә шарттарҙа ла ашарға бөтөнләй ярамаған аҙыҡтар бар. Улар – чипсы, кубиктарҙағы һурпа, пластик һауыттарҙағы майонез. Шулай уҡ ҡаҡланған, бешерелгән һәм сейләй ыҫланған колбасаны ла ашарға ярамай. Ҡаҡланған, иретелгән сырҙы ла ашамағыҙ. Иретелгән сыр организмда тарҡалмай. Бәшмәк тә ашауҙан тыйылған ризыҡтар исемлегендә. “До Ширак” менән ирей торған ҡәһүә лә бер ҡасан да ашарға ярамаған аҙыҡтар рәтенә инә.
Томат һутына күперкте баҫа торған матдә ҡушылған. Сыроктарға йомшартҡыс һәм буяғыстар ҡушалар. Иң яҡшыһы тәбиғи эремсекте алып, үҙең теләгән нәмәне ҡушып ашарға.
Шоколадта аргинин бар. Уны күберәк ашаһаң бәйлелек барлыҡҡа килә. Әммә был шоколад ашарға ярамай тигәнде аңлатмай. Һөт, какао, шәкәр ҡушылған ҡара шоколадты ашарға мөмкин.
Антисептик һауытта һатылған һөткә димексид йә антибиотик ҡушыла. “Макдональдс” фирмаһы картуф ҡараймаһын һәм 4 ай һаҡланһын өсөн антиокислитель ҡушалар.
Коктейлдарға һыуһауҙы көсәйтеүсе, кофеин төркөмөнә ҡараған ярымнаркотик матдәләр ҡушыла. Ә ул коктейлдарҙы балалар эсә. Сухариктарға натрий глутаматы ҡушыла. “Данон” фирмаһы тере бактериялар тураһында реклама бирә. Тере бактериялар өс көндән алты көнгә тиклем генә йәшәй, ә улар етештергән аҙыҡ-түлек ярты йыллап һаҡлана.
Тәбиғи антесптиктар – ул һуған менән һарымһаҡ, ҡалағандары бөтәһе лә химия.
Күберәк ҡыяр, помидор, борос, йәшел тәмләткестәр ашарға кәрәк. Ҡайнатмаларға килгәндә, 1 кг емеш-еләккә 2 кг шәкәр ҡушып ҡайнатабыҙ. Шул рәүешле бөтә витаминын һәм ферменттарҙы юҡҡа сығарабыҙ. Шәкәр ныҡ көслө консервант булып тора. Иң яҡшыһы емеш-еләктәрҙе блендерҙа иҙеп, әҙ генә шәкәр өҫтәп, бәләкәй контейнерҙарҙа туңдырғысҡа һалырға. Улай тәмлерәк тә, бөтә витаминдары ла һаҡлана.
Яман шештең сәбәптәре
Уның сәбәбе гайморит, геморрой һәм башҡа ауырыуҙарҙыҡы кеүек үк:
Консерванттарҙың, стабилизаторҙарҙың, буяғыстарҙың 70-тән ашыуы онкология ауырыуҙарына булышлыҡ итеүе танылған. 150 төрҙән ашыу канцероген булыуы асыҡланған. Ҡором – ул иҫбатланған канцероген, торба таҙартыусыларҙа тире яман шеше башҡа кешеләргә ҡарағанда биш тапҡырға йышыраҡ осрай. Тәсәке төтөнө лә канцероген – тартыусылар был яман ауырыу менән ете тапҡырға йышыраҡ ауырый.
Яман шешкә күп нәмә сәбәп булырға мөмкин. Кеше дөрөҫ туҡанып, даими таҙарынып, йәшәү рәүешен үҙгәртеп, насар ғәҙәттәрҙән дә арына ала. Әммә алдан күҙаллап булмай торған нәмәләр бар. Мәҫәлән, экология, стресс, хлорлы һыу һ.б.
Яман шештән шартлы рәүештә һаҡланып була. Иң яҡшыһы – ул хаҡта уйламаҫҡа. Организмды көслөрәк итеү, башҡа нәмәләргә ҡаршы көрәшеү өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында уйларға кәрәк.
Башыңды яһалма витаминдар менән ҡатырырға кәрәкмәй. Ҡышҡылыҡҡа йөҙләгән банка аҙыҡ әҙерләү ҙә юҡҡа ғына. Улар үҙләштерелмәй. Аҙыҡты иң яҡшыһы – туңдырыу.
Ғөмүмән үҙеңдең һаулығыңа мөнәсәбәтеңде үҙгәтеү кәрәк. Яман шеште иҫкәртеү ысулы юҡ тиерлек. Көнөнә һәр кешелә йөҙләгән яман шеш күҙәнәге барлыҡҡа килә. Иммунитет уларҙы юҡҡа сығарып тора.
Беҙҙең бурыс – үҙең өсөн сәләмәтлек алгоритмын билдәләү. Уның эшләүенә инанһағыҙ, һеҙҙең йәшәү сифаты яҡшырасаҡ.