

Хәрбиҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яңынан фронтҡа юлланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, уларҙы уңайлы автобустарҙа алып барасаҡтар.
Яугирҙарҙы уларҙың яҡындары һәм туғандары оҙатты. Орджоникидзе һәм Калинин райондары хәрби комиссары подполковник Сергей Жувак менән Совет районы хакимиәте идаралығы начальнигы Илнур Яҡупов, хәйерле юл теләп мөрәжәғәт итте.
Илеш районынан “Муха” позывнойлы яугир үҙенең алдынғы һыҙыҡтағы хеҙмәте тураһында һөйләне. “Беҙ йыш ҡына гуманитар ярҙам алабыҙ. Яҡташтар тырыша, нимә һорабыҙ, шуны ебәрә: төҙөлөш материалдары, генератор, эш ҡоралдары һ.б. Шулай уҡ һаҡ селтәрҙәре, медикаменттар, транспорт, махсус ҡорамалдар... Район етәкселегенә һәм ярҙам иткән кешеләргә ҙур рәхмәтлебеҙ. Радий Фәрит улына айырым рәхмәтемде белдергем килә. Ҡатыным ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү менән, уның үтенесен үтәгәндәр. Шунлыҡтан беҙ еңел күңел менән МХО биләмәһенә юлланабыҙ, сөнки өйҙә барыһы ла яҡшы”, – ти ул.
Фото:Башинформ.