Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апрель , 10:00

Нимә ул үксә тибенгеһе? Уны нисек дауаларға?

Үксә тибенгеһе – ул аяҡ табанының үксә өлөшөндә үҫеп сыҡҡан һөйәк. 

Нимә ул үксә тибенгеһе? Уны нисек дауаларға?Нимә ул үксә тибенгеһе? Уны нисек дауаларға?
Нимә ул үксә тибенгеһе? Уны нисек дауаларға?

  Тирә-яғы сумка (капсула) менән уратып алынып. Баҫҡан һайын ауыртып, атларға ҡамасаулап тора.  Атлағанда үксәлә   көслө ауыртыу барлыҡҡа килеү  тап шул үксә тибенгеһе хаҡында һөйләүе ихтимал.    Ғәҙәттә, үксә тибенгеһе матдәләр алмашыныуы боҙолоу һөҙөмтәһендә йәиһә йәрәхәтләнеүҙән һуң барлыҡҡа килә. Был проблема менән күптәр осрашҡаны барҙыр. Кемдәлер ул үҙенән-үҙе үтеүе ихтимал, ә икенселәр йә табиптарға мөрәжәғәт итә, йә булмаһа халыҡ дауалау ысулын ҡулланып, үҙенең хәлен еңелләштерә.

Үксә тибенгеһен алыу буйынса операция бик ҡатмарлы, шуға күрә һирәк осраҡта ғына уны эшләйҙәр.  Төп дауалау консерватив ысул менән башҡарыла.  Үксәлә бындай шеш булғанда   ҡаты табанлы аяҡ кейеме кейеү тыйыла. Махсус ортопедик аяҡ кейеменән тыш , махсус  үксәләр була. Үксә тибенгеһе   соҡорло үксәгә ҡуйыла ла, атлағанда ауыртыу һиҙелмәй.  Табип физиотерапия процедуралары тәғәйенләй ала: лазер терапияһы,  электрофорез, фонофорез, рентгенотерапия һ.б.

Үксә тибенгеһенән ҡотолоу өсөн…

  • Аяҡ кейемен дөрөҫ һайлау мөһим роль уйнай. Ул бер урында ла аяҡты ҡыҫырға тейеш түгел. Үксәһеҙ аяҡ кейеме һайларға ла кәңәш ителмәй, уларға ла таяныс кәрәк. Урта буйлы ҡатын-ҡыҙ өсөн үксә бейеклеге 3 – 4 см, балалар өсөн 1 см булырға тейеш. Шулай уҡ супинаторлы олтораҡтар  ҡулланырға мөмкин.
  • Тарамыштарҙы нығытыу өсөн тигеҙ булмаған ерҙә йәйәү йөрөү файҙалы. Мәҫәлән, ҡомда.
  • Аяҡҡа ванналар һәм массаж да яҡшы ярҙам итә. Ванна өсөн һыуға  һабын, сода, диңгеҙ тоҙо һәм ылыҫ ботаҡтары  һалырға кәрәк. Уны йоҡлар алдынан эшләү һәйбәтерәк.
  • Массаж тирене йылыта, ауыртыуҙы һәм арыуҙы баҫа.   Табандар менән иҙәндә уҡлауҙы, шешәне тәгәрәтеү, шулай уҡ резина энәле  балаҫта ялан аяҡ йөрөү яҡшы.
  • Һәр көн табандар өсөн ябай ғына күнегеүҙәр эшләү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, аяҡ остарына, үксәгә баҫып атлау, табандың эске яҡтарына, һуңынан тышҡы яҡтарына баҫып йөрөү һ.б.

Халыҡ дауаһы

3 л эҫе һыуға  1 ҡалаҡ сода һәм 8–10 тамсы йод ҡушып, ванна әҙерләргә  лә, аяҡтарҙы 10 минут тирәһе шул һыуға тығып ултырырға. Һуңынан   яҡшы итеп ҡоротоп, ауыртҡан урындарына 5 процентлы  йод, иртәнсәк вазелин һөртөргә онотмағыҙ. Бындай ваннаны  өс көнгә бер тапҡыр эшләргә кәрәк.

 Яңы ғына өҙөлгән һарымһаҡ менән һуғанды бутҡа итеп иҙеп, шешеккә йәиһә үксә тибенгеһенә бинт һәм лейкопластырь менән нығытып, 3-4 сәғәткә  бәйләп ҡуйырға. Быны көн һайын эшләргә мөмкин. Әсеттерә башлаһа, мотлаҡ сисергә.

Тиҙҙән ҡайын япрап яра башлай. Бына шул яңы ғына япраҡтарҙы өҙөп алып, бутҡа итеп иҙеп төнгөлөккә үксәгә ябырға һәм өҫтөнән политэтилен ҡуйып, бәйләп ҡуйырға.

Шулай уҡ аяҡтың ауыртҡан  урынына кәбеҫтә япрағы ябырға була.

Атлағанда ауыртмаһын өсөн үксә тибенгеһенә фольга киҫәге һалырға мөмкин. Бынан тыш төнгөлөккә  йомшартылған прополистан компресс эшләргә һәм һуңынан ҡоро бинт менән бәйләп ҡуйырға кәңәш ителә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас