Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Апреля , 04:57

Бер көндә 2100 ағас һәм 84000 ҡыуаҡлыҡ ултырттылар

"2100 ағас һәм 84000 мең ҡыуаҡлыҡ – “Йәшел Башҡортостан” акцияһының тәүге көнөнөң һөҙөмтәһе”, – тип хәбәр итте төбәк етәксеһе Радий Фәрит улы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер көндә 2100 ағас һәм 84000 ҡыуаҡлыҡ ултырттыларБер көндә 2100 ағас һәм 84000 ҡыуаҡлыҡ ултырттылар
Бер көндә 2100 ағас һәм 84000 ҡыуаҡлыҡ ултырттылар

  “Йәшел Башҡортостан” акцияһы 18 апрелдә башланды һәм 10 майға тиклем дауам итә. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарында 54 яңы аллея барлыҡҡа килде, шул иҫәптән – Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар тураһында һәм башҡалар.

“Был дөрөҫ алым, тип иҫәпләйем. Ундай тематик урындар беҙҙең ауыл-ҡалаларҙы биҙәй, уңайлы һәм заманса итә”, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

“Йәшел Башҡортостан” менән бер рәттән өс районда “Хәтер баҡсаһы” тигән яңы акция старт алды. Ә ”Экологик именлек” милли акцияһы сиктәрендә үткәрелгән был акция халыҡ-ара кимәлдә ойошторола.

“Республика унда йыл һайын ҡатнаша. Тәүге һөҙөмтәләр – Иглин районында 14 мең йәш шыршы, 15 мең ҡарағай Йылайыр  һәм 30 мең ҡарағай Учалы райондарында. Киләһе аҙнала мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, тип билдәләне Радий Хәбиров. – Тағы ла Башҡортостанда өмәләр үтә. Ошо кәндәрҙә ауыл-ҡаларҙа тәртип урынлаштырырға ярҙам иткән, ағастар ултыртышҡан барыһына ла рәхмәт белдерәм. Бергәләп республиканы тағы ла матурыраҡ итербеҙ”.

Фото:Башинформ.

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина